

Архангел район мәҙәниәт йортонда башҡорттарҙың миҙгелгә, хеҙмәткә бағышланған йолалары буйынса семинар-практикум үтте. Райондың һәр мәҙәнит усағында эшләп килгән фольклор коллективтары йыл миҙгелдәрен – тәбиғәт уяныуын сағылдырған тамаша әҙерләгәйне. Ҡоштар ҡайтыуын “Умырзая” фольклор коллективы күрһәтһә, “Хазина” “Ҡар һыуына барыу” йолаһын сәхнәләштерҙе. Айытмәмбәт, Аҙау, Оҙондар ауылы клубы эргәһендә эшләп килгән фольклор төркөмдәренең сығышынан "Кәкүк сәйе", "Ҡарға бутҡаһы" был яҡтарҙа нисек уҙғарылыуын күрҙек. Муллаҡай ауыл клубы фольклор төркөмөнә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙары “Сәсеү” йолаһын һайлаған. Улар йырлап-бейеп кенә ҡалманы, тамашасыларҙың зирәклеген һынап, йомаҡтар ҙа ҡойҙо. Ҡыҫынды ауыл клубы дәртлеләре “Ҡуҙғалаҡ байрамы”на туҡталған. Тирәкле ауылы әртистәре “Еләккә барыу”ҙы бик үҙенсәлекле итеп сәхнәләштерҙе. Үҙҙәре лә гөл шикелле сағыу, һәләтле тәүәкәстәр “Сәскә байрамы”н күрһәтеүҙе юҡҡа ғына һайламаған. Хозур тәбиғәт ҡосағындағы был ауыл үҙе лә сәскәләргә күмелеп ултыра. Халҡы ла матурлыҡҡа битараф түгел, шиғри күңелле. Ана бит, бер юлы өс шағирәне күреү бәхетенә ирештек. Нәсимә Юлмөхәмәтова, Гөлирә Фәйрүзова, Роза Ғәббәсова тип таныштырҙы улар үҙҙәре менән. Тыуған ерен, уның кешеләрен данлап, ҡобайыр әйткән, шиғырҙар яҙған апайҙарҙың көләс йөҙҙәрендә бәхеттең үҙе сағыла кеүек тойолдо миңә.
Бесән осорон, урып-йыйыу йолаларын сәхнәләштергән Көмәрле ауыл клубы һәләтлеләре араһында ир-егеттәрҙең дә булыуы һөйөндөрҙө. Ҡыҙғы ауылы уңғандары “Миләш байрамы”н күрһәтте. Үҙҙәре лә сағыу, уттай янып торған алъяпҡыстары менән миләш тәлгәштәрен хәтерләткән һылыуҙарҙың сығышы ла ҡыҙыҡлы булды.
Сара районда тәүгә ойошторолоуға ҡарамаҫтан, бик уңышлы үтте, байрам сценарийы ҡыҙыҡлы итеп ҡоролған, сығыштар ялҡытманы.
Семинарға Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор белгесе Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы Баймырҙина килеүе мәртәбәле генә түгел, файҙалы ла булды. Ул, сәхнәләштерелгән тамашаға баһа биреп, үҙенең эш алымдары, тәжрибәһе менән уртаҡлашты, сәхнәләге хаталарҙы төҙәтеү өсөн кәңәштәрен әйттҽ, милли кейемдәр буйынса иҫкәрмәләрен еткерҙе, һәр коллективтың сығышын анализлап, уларға артабан йүнәлҽш билдәләнҽ. Район мәҙәниәт йорто директоры Фатима Мәхмүтйән ҡыҙы Күскилдина, бында яңыраҡ ҡына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, райондағы барлыҡ мәҙәниәт усаҡтарын үҙ күҙҙәре менән барып күреп, йөрөп сыҡҡан. Клуб, мәҙәниәт етәкселәренә практик-сҽминарҙа ҡатнашыу хаҡында сертификаттар тапшырып, уларға рәхмәтен белдерҙе. Матур байрам сараһынан һуң ҡатнашыусылар иҫтәлеккә фотоға төштө.
Мин иһә байрам төҫөн алған эшлекле сарала балаларҙың да ҡатнашыуына һөйөндөм: йолаларыбыҙҙы, йыр-бейеүҙәребеҙҙе, милли кейемдәребеҙҙе белеп үҫәләр. "Башҡортостан" гәзитен дә алдырабыҙ, яратып уҡыйбыҙ, тине архангелдәр бер һүҙҙән.
Фольклор коллективтары күрһәткән йолалар башлыса яҙ, йәй миҙгелдәренә ҡағылды, уларҙа был яҡ халҡының йолалары ғына түгел, кәсебе, көнитмеше лә сағылды. Беҙ уйнап үҫкән уйындар был яҡта икенсе төрлөрәк атала икән: "Ҡабырсаҡ" - "Аҡ тирәк, күк тирәк". Архангелдәрҙә рух көсө, ынтылыш ҙур. Тик ошо башланғысты үҫтерергә, шымартырға ғына кәрәк.
Гөлгөнә Баймырҙина, фольклорсы-этнограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре:
Архангел районында борондан ҡумырыҡ табын ырыуы башҡорттары йәшәй. Был төбәк баҡыр, еҙ мәғдәненә бай булғанлыҡтан 1753 йылда урыҫ сауҙагәрҙәре И.В. Твердышев, И.С. Мясников завод төҙөй, был ерҙәргә Рәсәйҙең төрлө тарафынан крәҫтиән ғаиләләре күсеп килеп ултыра. Шунлыҡтан был район башҡорт һәм урыҫтарҙың бай фольклоры өлгөләре менән дә айырылып тора.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсептәрен, кейем-һалымын тергеҙеү эше йәнләнде. Был йәһәттән ун йыл элек Архангел районында был эште ҡуҙғатып ебәргән инек.
Хәҙер кейем өлгөләрен тергеҙеүсе оҫтабикә Вәсилә Камалетдинованы кем генә белмәй. Бөгөн иһә, семинарҙа фольклор ансамблдәре өсөн дә тап ерлектәге боронғоса булған кейем өлгөләрен тергеҙеү кәрәклеген, репертуарҙа ла урындағы халыҡ ижадын тергеҙеү хаҡында талап ҡуйҙыҡ, уларҙы өйрәнеү, һаҡлау һәм йәш быуынға еткереү төп маҡсат булырға тейеш. “Әсәнән күргән - тун бескән, атанан күргән - уҡ юнған” тигәндәй, телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап еткереүҙе, тап өйҙән – ғаиләнән башларға тейешбеҙ. Ә инде был семинарҙа балаларҙың да булыуы күңелгә йылы өҫтәне. Киләсәктә лә был гүзәл башҡорт ерендә ишле ғаиләләр, халыҡ ижади коллективтары булыуына ышанам.
Район мәҙәниәт йорто директоры Фатима Мәхмүтйән ҡыҙы Күскилдина:
- Семинар-практикум үтте һәм миндә шундай уй-ниәттәр яралды: ауылдар менән төрлө сараларҙы йышыраҡ үткәрергә, хатта күрше-тирәләге район фольклор коллективтары менән осрашыуҙар бик файҙалы булыр ине. Ауылдарҙа был йүнәлештә эште заманса ҡороу буйынса белгестәргә мөрәжәғәт итергә, кәңәшмә ойошторорға; фольклор коллективтары алған темаларҙы киңәйтергә, белгес биргән теләк-тәҡдимдәрҙе иҫәптә тотоп, сығыштарҙы ҡайтанан ҡарап сығырға, йәнә лә ошондай форматта йыйылырға тигән теләк-ниәттәр барлыҡҡа килде.
Маргарита Ҡотлоғәлләмова, Айытмәмбәт ауыл клубы мөдире:
- Осрашыуҙан илһам, көс алып, ыңғай тәьҫораттар менән таралыштыҡ. Район мәҙәниәт йортоноң фольклор етәксеһе Рәсимә Муллағәли ҡыҙы Мөхәмәтйәроваға ихлас ҡаршы алып оҙатып ҡалыуына ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә, бар тырышлығыбыҙҙы һалып, ошо йүнәлештә артабан да эшләрбеҙ, Аллаһ бирһә. Барыбыҙға ла иҫәнлек, һаулыҡ, ижади уңыштар, илһам шишмәләребеҙҙең һайыҡмауын, милли рухыбыҙҙың ныҡ булыуын теләйем. Ата-бабаларҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәттәрҙҽ, йолаларҙы һаҡлайыҡ, дауам итәйҽк.
Гөлфисә Харисовна Бадранова, Тәүәкәс ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе:
Милли мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү маҡсатында үткәрелгән сара аша рухи аҙыҡ алдыҡ. Йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу бөгөнгө көндә айырыуса мөһим. Беҙ артабан да эште ошо йүнәлештә дауам итергә ниәтләйбеҙ. Быны төп бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Сөнки ата-бабаларҙан ҡалған аманатты йәш быуынға еткереү – тап беҙҙең бурыс.
Гөлназ Ҡотоева.
Архангел районы.
Автор фотолары.
Һүрәттәрҙә: