

Бөгөн Өфөлә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, “XXI быуат фольклоры һәм фольклористикаһы: тикшеренеү практикаларының көнүҙәк йүнәлештәре һәм перспективалары" тип аталған V Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция үтте. Ул Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм 8 июндә билдәләнгән “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы көнөнә арналды.
Конференцияла фольклор йолаларының һәм күсәгилешлегенең көнүҙәк проблемалары, фундаменталь фольклор фәнен үҫтереү мөмкинлектәре; фольклорҙың хәҙерге үҙгәрештәр шарттарында, киләсәк быуынды уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә социаль роле; «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеүҙең хәҙерге торошо һәм перспективалары, эпик ҡомартҡыларҙы һөйләү традициялары; йәш фольклорсылар мәктәбен нығытыу һәм халыҡ-ара фәнни төркөмдәрҙе берләштереү мәсьәләләре ҡаралды. Улар буйынса фекер алышыуға фольклорсылар, этнографтар, антропологтар, лингвистар, тарихсылар, уҡытыусылар, мәғариф, мәҙәниәт, фән һәм сәнғәт тармағы хеҙмәткәрҙәре, аспиранттар, магистранттар, студенттар саҡырылғайны.
Конференцияла ситтән тороп абруйлы ҡунаҡтар – филология фәндәре докторы, Ҡырғыҙ-Рәсәй Славян университеты профессоры, Ҡырғыҙ теле һәм “Манас”ты өйрәнеү үҙәге директоры Талантаалы Бакчиев, философия фәндәре докторы, ТА. Навои исемендәге Ташкент дәүләт үзбәк теле һәм әҙәбиәте университеты профессоры Насриддин Назаров, филология фәндәре докторы, Татарстан Фәндәр академияһының халыҡ ижады бүлеге мөдире Ләйлә Дәүләтшина, педагогия фәндәре кандидаты, Луганск дәүләт педагогия университетының өлкән уҡытыусыһы Глеб Назаров һәм башҡалар ҡатнашты. Ултырышты филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның “Урал батыр” Башҡорт фольклоры фәнни-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы Солтангәрәева алып барҙы.
Конференцияла ҡатнашыусыларҙы БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Аҡмулла университеты ректоры Салауат Сәғитов, БР Мәғариф министрлығы вәкиле Миләүшә Хәбирова, РФ Фәндәр академияһының Башҡортостандағы вәкиле Рафаил Зиннуров сәләмләне. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың сығыштары Аҡмулла университетының “Сәсәндәр мәктәбе”ндә шөғөлләнгән студенттарҙың сығыштары, эпос һәм сәсәндәр темаһына йәштәрҙең һорауҙарына ғалимдарҙың яуабы менән аралашып барҙы.
Аҡмулла университеты фойеһында БР Милли китапханаһы фондтарынан башҡорт ғалимдарының фольклор һәм «Урал батыр» эпосы буйынса фәнни тикшеренеүҙәре, шулай уҡ «Селтәр» студияһының башҡорт халыҡ биҙәүестәре, костюмдар күргәҙмәһе ҡуйылғайны.
Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА:
– Бик эшлекле, кәрәкле сара ойошторабыҙ, тип иҫәпләйем, сөнки Башҡортостанда тик фольклорға, халыҡ ижадына арналған бындай форум юҡ, һәм уның бишенсе тапҡыр уҙғарылыуы ҡыуандыра. Беҙ конференцияны белем, фән яғынан, академик йәһәттән әһәмиәтле итеп үткәрергә ынтылдыҡ. Шуның өсөн яңы ысул да индерҙек – студенттар һорау бирә, ә ғалимдар яуап ҡайтара. Йәш тикшеренеүселәр фольклорҙың инешен белергә, уның мәғәнәһен һәм социаль тамырын аңларға бурыслы.
Фольклор – ул әҙәм балаһының рухи терәге, уның мәҙәни байлығы ла. Йәшәйештең традицион, борондан килгән аҫыл ҡиммәттәре халыҡ ижадында нығытылған. Шуға ла беҙҙең ғәмәл айырыуса мөһим. Артабан да әһәмиәтле эшебеҙҙе дауам итербеҙ, тип ышанам.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Автор һәм Аҡмулла университеты матбуғат хеҙмәте фотолары.