

Ханты-Манси автономиялы округы – Юграла 139 милләт вәкиле йәшәй. Бында уҙған һабантуй ҙа – Рәсәй халыҡтарының дуҫлығын, бер-береһенә ихтирамын һәм берҙәмлекте кәүҙәләндергән байрам. Быйылғы сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Югралағы Йәш ғаилә йылына арналған һәм төбәк хөкүмәте, Башҡортостан һәм Татарстан Республикалары ярҙамында ойошторолған.
ХМАО-Юграла Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң филиалы – Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге әүҙем эшләй. Был ойошма йылына 50-нән ашыу сара үткәрә. Үҙәктең мөһим бурыстарының береһе – үҙ имидж сараларын үҙ ваҡытында әҙерләп уҙғарыу. Һабантуй менән Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре шулар иҫәбенә инә.
“Һабантуй – ул халҡыбыҙҙың берҙәмлеге, хеҙмәткә һәм йолаларға ихтирам символы”, – ти Сорғоттағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе, урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Динә Бүләкова.
Сорғотта шулай уҡ “Сорғот ҡалаһының Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы” йәмәғәт ойошмаһы әүҙем эшләй. Ул башҡорт телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау буйынса эшләү менән бер рәттән, төбәк-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе нығытыуға ла ҙур өлөш индерә (етәксеһе – Зөлфирә Сырлыбаева).
Милли байрамды күрергә абруйлы ҡунаҡтар ҙа килгән: ХМАО-Югра губернаторы Руслан Кухарук, Сорғот ҡалаһы хакимиәте башлығы Максим Слепов, шулай уҡ илебеҙҙең төрлө төбәктәре һәм дуҫ илдәр делегациялары. Башҡортостан Республикаһы исеменән республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров сығыш яһаны.
– Беҙҙең төп бурыстарҙың береһе – халыҡтарҙың һәм мәҙәниәттәрҙең күп төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, беҙҙең ни тиклем яҡын булыуыбыҙҙы күрһәтеү. Югра тарихында республикабыҙҙан сыҡҡан шәхестәрҙең ҙур роль уйнағанын, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә һәм төбәктең барлыҡҡа килеү, үҫеүенә ҙур өлөш индергәнен яҡшы аңлайбыҙ, – тип бидәләне Илдар Мәүлитбирҙин сығышында.
Үҙәк сәхнәлә Юграның милли музыка һәм бейеү коллективтары, Башҡортостан һәм Татарстан артистары ҡатнашлығында сағыу концерт ойошторолдо.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары һәм республиканың сәхнә оҫталары сорғоттар һәм ҡала ҡунаҡтарына ысын байрам бүләк итте. Халыҡ йырҙары, сағыу вокал сығыштары, дәртле бейеү композициялары һәм күркәм милли кейемдәр байрам ҡунаҡтарын башҡорт мәҙәниәте байлығы менән таныштырҙы һәм сараның ысын биҙәге булды.
Хәтергә төшөрәбеҙ: беренсе Иртыш һабантуйы – 2022 йылда Ҡаҙағстанда, икенсеһе Омск ҡалаһында уҙҙы. Быйыл эсатфетаны Сорғот ҡабул итте. Бөйөк Иртыш төрлө милләттәрҙе, мәҙәниәттәрҙе берләштерә – әлеге байрам ошоға сағыу дәлил булды.
Анастасия Савинцева фотолары.