

Халҡыбыҙҙың аҫыл моң хазинаһы – ҡурайҙы популярлашыуға ҙур өлөш индергән оҫта музыкант, Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Зәйнетдинов халыҡ сәнғәтенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу артыуҙан тыуған кисерештәрен уртаҡлашып, халҡыбыҙҙың моң инештәренә һалған юлы тураһында һөйләне. Был фәһемле фекерҙәрен ул Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы алдынан уҙғарылған матбуғат конференцияһында ишеттерҙе.
– Бер ун йыл элек, “күрерһегеҙ, оҙаҡламай дискотекаларҙа ҡурай моңона бейерҙәр” тигәнемә сәйерһенеп, “фантазерһың да инде” тиеберәк ҡарайҙар ине. Роберт Юлдашевтан уҙҙырып булмаҫ, тигән һүҙ ҙә бар ине. Шулай ҙа мин кешеләрҙең беҙҙең музыкаға бейеренә ихлас ышандым. Бынан бер аҙна элек тигәндәй Кремлдең концерт залында сығыш яһағанымда, тамашасылар урындарынан торҙо ла бейей башланы. Был шул тиклем шәп булды! Мин ҡурайҙа уйнап, башҡортса йырланым. Быны ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләйем, – тигән һүҙҙәрен ҡеүәтләп, сарала ҡатнашыусылар алҡышламай түҙмәне.
Эйе, ҡурайыбыҙ һәр ерҙә – ябай ауыл сәхнәһендәме, бейек-бөйөктәрендәме – бөтәһендә лә көтөлгән, ихлас тыңланған ҡунаҡ. Зәйнетдин ише туған халҡының моңон, рухиәтен һанлаған һәм һаҡлаған ижадсылар уның бәҫен күтәрә, ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, ҡурайҙа уйнарға теләүселәрҙе ишәйтә.
Аҫыл ҡурайыбыҙ Өфөләге III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын да моңдарына сорнар, үҙенә ғашиҡ итер. Килеп күрмәй, тыңламай ҡалмағыҙ, дуҫтар!