

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллиндың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында "Таланттар балҡышы" тигән хәтер кисәһе ойошторолдо.
Азат Хаммат улы Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында тыуған. Ул бәләкәйҙән китап яратҡан, мәктәптә тырышып уҡыған.
Өфө фән һәм технологиялар университеты башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетының доценты, филология фәндәре кандидаты Илшат Янбаев билдәләүенсә, быға хәтлем юғары уҡыу йортонда Азат Абдуллинға арналған халыҡ-ара конференция ойошторолған. Ҡәләм оҫтаһының өйрәнсек ижад осоро булмаған, ул шунда уҡ ҙур әҫәрҙәр яҙырға тотонған.
Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы мәғариф ветераны Азат Хаммат улының туғаны Юлай Солтанбаев хәтирәләре менән уртаҡлашты. Рәсәйҙең халыҡ артисы Әхтәм Әбүшахманов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев һәм башҡалар әҙиптең ижады тураһында һөйләне.
Азат Абдуллин "Ун өсөнсө председатель", "Онотма мине, ҡояш", "Аҡтан-аҡ һөт", "Ҡыҙыл ысыҡ" ише хикәйә-повестар, бүтән бик күп драма әҫәрҙәрен яҙған, бихисап пьесалары сәхнәләштерелгән.
Азат Абдуллиндың йөрәге 2023 йылда тибеүҙән туҡтаны, драматург Мәскәү ҡалаһында ерләнгән.
Фото: Илдар Аҡъюлов.