

Йәй - туйҙар мәле. Ошо көндәрҙә Хәйбулла районының Мәмбәт ауылына ла йыраҡ Ғафури районынан килен төшкән. Был хаҡта Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итә.
"Йәмле йәйҙең матур көнөндә Мәмбәт ауылының уңған, абруйлы Абрик һәм Гөлсинә Ҡәйеповтар ғаиләһе килен төшөрҙө. Улдары Айтуған Ғафури районы ҡыҙы Наҙгөл менән сәстәрен-сәскә бәйләп, оло тормош юлына баҫтылар.
"Туржы ынйылары" фольклор коллективы киленде һәм ҡоҙаларҙы изге теләктәренә йырҙар, әйтемдәр, нәсихәттәр ҡушып ҡаршыланы.
Йәш киленгә "Һыу юлын күрһәтеү" йолаһы былтыр төҙөкләндерелгән "Баймырҙа ҡоҙоғо"нда үтәлде. Ололарҙың, барлыҡ туғандарҙың ихлас телактәрен Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен, йәштәргә бәхетле, ырыҫлы, бәрәкәтле тормош насип әйләһен, амин!"- тип хәбәр итә Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.
Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.