

Традицион башҡорт милли кейеме рәсми рәүештә Башҡортостандың һаҡланған төбәк бренды тип танылды. Яңы хоҡуҡи статус халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни үҫешенә тос өлөш индерәсәк.
Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа традицион башҡорт кейеменә төбәк бренды статусы рәсми беркетелгән географик күрһәткескә патент тапшырҙы.
Республикабыҙҙа был – һаҡланған 11-се интеллектуаль милек объекты. Әлегә ҡәҙәр башҡорт балы, Бөрйән солоҡ балы, башҡорт дебет шәле, башҡорт балаҫы, Мансур граниты, “Асы”, “Йоматау”, “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуҙары, ҡурай, башҡорт аты ошондай хоҡуҡи статус алғайны.
Билдәле булыуынса, башҡорт милли кейеме – күлдәк, кәзәкей, бишмәтте генә түгел, баш, аяҡ кейемдәрен, биҙәүестәрҙе үҙ эсенә алған тотош ансамбль. Тәғәйенләнеше буйынса, ул көн дә кейә торғандарға, байрамдарҙа һәм төрлө йолаларҙы башҡарғанда ҡулланылғандарға бүленә. Изделиелар электән тәбиғи материалдарҙан – буҫтауҙан, кейеҙҙән, тиренән, йөндән, киндерҙән һ.б. эшләнгән, декор өсөн иһә аппликация, сигеү, орнаментлауҙың милли төрҙәре файҙаланылған, уларҙың барыһы ла йолаларға ярашлы айырым мәғәнәгә эйә булған. Ошо мираҫты халҡыбыҙ, уның ҡул оҫталары ҡәҙерләп һаҡлай, оло яуаплылыҡ менән байыта. Шуға өҫтәп, хәҙер инде хоҡуҡи статус алыуыбыҙ кейемде бесеүҙең, тегеүҙең уникаль технологияларын һаҡларға, кәсепселектә быуындар бәйләнешен нығытырға ярҙам итәсәк. Был статус традицион ансамблде яһалма өлгөләрҙән һаҡлап ҡына ҡалмай, урындағы ҡул оҫталары өсөн яңы үҫеш мөмкинлектәре асыр, этнотуризмға ҡеүәт өҫтәр, республиканың милли мираҫын федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә киңерәк танытыр тигән ышаныста тармаҡ белгестәре.
Саимә ХӘСӘНОВА, дизайнер, “Сәрби” ательеһы етәксеһе:
– Әле беҙ Чебоксар ҡалаһында төрлө халыҡтар мәҙәниәтенә бағышланған сараларҙа ҡатнашып йөрөйбөҙ. Үҙебеҙҙең стилләштерелгән милли кейемдәребеҙҙе күрһәтәбеҙ. Уға тиклем ошо араларҙа ғына Бохарала, Бишкәктә, Мәскәүҙә булып, сағыу күргәҙмәләрҙә халҡыбыҙҙың данын яҡлағайныҡ. Дөйөм алғанда, быйыл ғына милли кейемдәребеҙҙе республиканан ситтә ете подиумда күрһәттек. Был нимә тураһында һөйләй? Һис һүҙһеҙ, халҡыбыҙҙың сикһеҙ бай мираҫы, ғорурланып күрһәтерлек милли кейем өлгөләре бар. Кешене бит иң тәүҙә нисек кейенгәненә ҡарап баһалайҙар, таныйҙар. Хатта һүҙенән алда кейеме йөрөй.
Чебоксарҙа сәфәрҙә саҡта башҡорт кейеменең һаҡланған милли бренд тип танылыуын ишетеп, ныҡ шатландым. Ошондай эште башлап, уңышлы еренә еткереп ҡуйыу – шул ҡәҙәр ҙур хеҙмәт. Уны башҡарыусыларға ихлас күңелдән рәхмәт! Милли кейемдәребеҙ аша халҡыбыҙҙы рухи йәһәттән тәрбиәләүҙе, күңелдәргә үтеп инеүҙе дауам итәйек. Айырыуса йәштәребеҙ бай мираҫыбыҙ менән ғорурланһын, уны артабан да һаҡларға, үҫтерергә, киң танытырға ынтылһын.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.