

Ҡыҙ балаҡай тормош йәме,
Өйҙә ул ҡунаҡ ҡына...
Йәйҙең сәскәгә төрөнгән иң йәмле мәлендә тағы ла бер йәш, матур ғаилә барлыҡҡа килде - Әбеш һылыуы Айгүзәл һәм Аҡъяр егете Илсур сәстәрен сәскә бәйләне.
"Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған атаһының ҡосағында наҙланып ҡына үҫкән, ҙур татыу ғаиләлә ҡанат нығытҡан, бар яҡтан килгән сибәр Айгүзәлде бөтә ауыл менән ҡайны-ҡәйнә йортона оҙаттыҡ. Йәштәрҙең һаулығына, мөхәббәтле, бәхетле киләсәгенә арнап Земфира апай матур итеп аят бағышлағандан һуң, «Йәнтөйәк» фольклор төркөмө ҡыҙҙары изге теләктәр теләп, халҡыбыҙҙың матур йолаһы «Ҡыҙ оҙатыу»ҙы күрһәтте. Ә инде йәш оҫта бейеүсе Ҡәйүм Күскилдиндең апаһы менән еҙнәһенә дәртле бейеү бүләк итеүе байрамдың бер биҙәге булды. Килен һандығын, күстәнәстәрен алып сыҡҡас, ҡыҙ оҙата килгән һәр кеше дәртле бейеүгә ҡушылды. Ат башы тотҡан еңгәйҙәр кейәү бүләген алып, йәштәргә аҡ юл теләп оҙатҡас, урам балаларҙың шат тауышына күмелде, улар кемуҙарҙан аҡса, кәнфиттәр һибелгән урам буйлап йүгерҙе... Республикала иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында барлыҡҡа килгән йәш ғаиләгә бәхетле, парлы оҙон ғүмер насип булһын, һөйөү хисе һүнмәһен, һүрелмәһен!"- тип хәбәр итә Оло Әбеш мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.
Сығанаҡ: Оло Әбеш мәҙәниәт йорто