Тормоштан йәм табып йәшәй Зилә апай

Заман башҡа - заң башҡа, тип әйтергә ярата торғайны студент ваҡытта бер ғалим. Ысынлап та, ҡасандыр сүпрә һорап, кис ултырырға күршеләргә ингән ваҡыттар йыраҡта тороп ҡалған кеүек. Хәҙер күптәребеҙ балалары, нәҫел-нәсәбе менән дә телефон йә видео аша ғына аралаша, бер-беребеҙгә барып хәл белешеү ҙә һирәгәйҙе. Әүҙем ижтимағи тормошта үҙен кәрәкле тойоп йәшәгәндәр, хаҡлы ялға сыҡҡас, дүрт стенаға бикләнеп, үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй юғалып ҡалғандар бөгөнгө мәҡәлә геройы Зилә Насированан өлгө алһын ине. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле лә тыуған йортона ҡайтып, ихатаһын сәскәгә күмдерә.

Тормоштан йәм табып йәшәй Зилә апайТормоштан йәм табып йәшәй Зилә апай
Тормоштан йәм табып йәшәй Зилә апай
Күгәрсен районының Ҡанаҡас ауылында Миңлебикә менән Хөсәйен Насировтар ғаиләһендә тыуып үҫкән, кендек ҡаны тамып, тәпәй баҫҡан, тыуған яғына иң йылы, изге тойғоларҙы йөрәгендә йөрөткән ханым ауыл тарихы, ауылдаштары тураһында “Ҡанаҡас. Кисә, бөгөн, иртәгә” тигән китап баҫтырып, былтыр уның исем туйын үткәргәйне. 150 данала сығарған баҫма шунда уҡ таралған. Заманында Куйбышев (хәҙерге Һамар) ҡалаһында полиграфия училищеһында уҡып сыҡҡан Зилә Хөсәйен ҡыҙы яҙыусылар ойошмаһында – үҙ кеше, йөҙләгән авторҙың әҫәрҙәрен китап итеп баҫтырыуға көс һалған типография хеҙмәткәре. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, яратҡан эшен әле лә ташламай.
Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр ваҡыт дәртле рухлы Зилә ханым менән әңгәмәне гәзит уыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

– Һуңғы йылдарҙа китап сығарыусы авторҙар күбәйҙе кеүек, шулаймы?

– Бер аҙ тынып ҡалдылар кеүек минеңсә (көлә - авт.). Римма Арыҫланова,  Мират Рыҫҡоловтың китабын нәшерләп, типографиянан әҙер китапты алып, ҡулдарына тотторҙом. Сиратта Йәүҙәт Усмановтыҡы ята. Ейәнсура яҡтарынан да мөрәжәғәт иттеләр. Бар юлдар ҙа Зиләгә илтә, тип көлө үҙҙәре. Русса ла, башҡортса ла, татарса ла төҙәтәм бит. Закир Әҡбәров бер мәл: “Зилә һеңлем, һеҙҙең алдығыҙҙа эшләпәмде сисәм”, – тип килеп инде. Әйткәндәй, былтыр уның дә китабы баҫылды. Кәштәмдәге йөҙләгән китаптың донъя күреүендә минең дә өлөшөм бар. Элегерәк дәфтәр биттәрендә яҙылғанын йыйырға тура килә ине, әле техника алға киткән заман, шулай ҙа уларҙы уҡып, хаталарын төҙәтеп баҫтырыу, компьютерҙа битләп сығарыу, макетлау, нәшерләү, тышлығын эшләү, дизайнлау – минең өҫтө. Артабан Күмертау, Өфө типографияһында ташҡа баҫтырыла. Киев ҡалаһында йәшәгән русса яҙышҡан яҡташтың, Кушнаренко районынан татарса ижад иткән авторҙың “Байталлы. Ғүмерҙәр ағышы...” китабын, Нурия Хәлилованың “Солтангәрәевтәр нәҫеле” тигән йыйынтығын әҙерләнем, Тимер Ниәтшиндең, Виктор Ураҙбаевтың, Рәил Әбдрәшитовтың, Кинйәғәли Абдуллиндың, Сәлмән Яҡуповтың, Геннадий Басовтың, Эльфрида Талипованың китаптарын әҙерләнем. Әле Тәлғәт Шаһмановтың китабы өҫтөндә эшләйем. Шулар араһында иң яратҡаны – Василий Ерофеевтың 600-ҙән ашыу баҫма биттән торған илатҡан да, көлдөргән дә “Гордый нищий” тигән романы. Туғыҙ ҡалын дәфтәргә ҡулдан яҙып тотторғайны миңә. Икенсе өлөшөн автор яҙып бөтөрә алманы, баҡыйлыҡҡа ҡүсте, авторға хөрмәт йөҙөнән үҙем тамамлап ҡуйып, ташҡа баҫтырҙым, рухы шатланғандыр.

– Ауыл балаһы, һеҙ нисек ғүмерлек һөнәр һайлау бәхетенә өлгәштегеҙ?
 
– Был донъяға ошо һөнәрле булып килгәнмеңдер, тип уйлап та ҡуям. Ғаиләлә һигеҙ бала араһында дүртенсеһе булып донъяға килгәнмен (бөгөн барыһы ла баҡыйлыҡта). Мораҡ ауылы эргәһендә аэропорт була торғайны, 8-се класты бөткәс, педучилищеға уҡырға инергә тип “кукурузник” самолётында Сибай ҡалаһына остом. Билет хаҡы ҡиммәт түгел, була ҡалһа, бер һум-һум илле тин булғандыр. Ауыл байрамдарында мине, иң башлап йырлаусыны, йыр буйынса имтихандан үткәрмәнеләр. Ауылға ҡайтырға ғәрләндерә, төҙөлөш һөнәре буйынса училищеға документтарымды ҡалдырҙым. Илап ҡайтып барғанда “тетя Маша” менән таныштым. Русса матур һөйләшәм, ауылда рус мәктәбендә белем алғайным. Ул мине, 14 йәшлек ҡыҙҙы, Куйбышев полиграфия училищеһына уҡырға саҡырҙы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһына 
бухгалтер һөнәренә уҡырға ингәйнем, иртәнсәк ятаҡта физзарядкаға сығарғанда “трико-футболкағыҙ юҡ” тип беҙҙе әрләйҙәр. Күмәк бала аҫрап (ул ваҡытта атайым иҫән түгел ине), осон-осҡа саҡ ялғап йәшәгән әсәйҙең күңелен уйлайым, октябрь байрамына ҡайтарғайнылар, уҡырға барманым да ҡуйҙым. Трико алырлыҡ аҡса етмәгәнде, уҡырға бармау сәбәбен әсәйемә лә, өлкән ағайыма ла әйтә алмайым, ғәрләнәм, һарай башына менеп, бесәнлектә илайым дә кире төшөм. Шулай итеп, 9–10-сы класты Мораҡта 1-се мәктәптә тамамланым.
Әхирәтемдең типографияла корректор булып эшләгән әсәһен ҡаршыларға йөрөй торғайныҡ. Бина эсендә нимәлер “шыҡ-шыҡ” итеп төшкәнен ишетеп, бында әллә кәнфит етештерәләрме, тип әхирәтемде көлдөргәнем иҫтә. Шуға “Кәнфит” тип ҡушамат та таҡтылар әле. Балаҡатай районынан бер апай Өфөләге полиграфия училищеһына уҡырға барырға тәҡдим итте, документтарымды тапшырып, ҡайтырға сыҡҡанда, артымдан кемдеңдер “ярым хәйерсе-етемдәр ялҡытты” тигән һүҙен ишетеп, тағы ғәрләндем. Документтарымды кире алып сығып килһәм, ҡаршыма ике йыл элек йөрәк серемде асып һалған “тетя Маша” килә, ҡыуанысымдан ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым, һөнәри йүнәлеш буйынса белем бирергә килгән Мария Константиновна Сибайҙан ҡайтып килә. Ул апайға документтарымды биреп ебәрҙем. Әсәйемә Куйбышев ҡалаһына уҡырға инеүҙе әйтеү ҙә юҡ. Әсә йөрәге һиҙгәндер инде: Өфөгә тип 25 һумды кейемгә йәшереп текте, бер аҙын ҡулға тотторҙо (Сибайға барып, көнбағыш һатып, ҡыш буйы бәйләп, Үзбәкстанға Еҙҡаҙған ҡалаһына шәл һатырға йөрөгән әсейем аҡсаны нисек йәшерергә белә ине). Куйбышевҡа барып етеү менән имен-аманлыҡты белдереп, телеграмма ғына ебәрҙем.

– Зилә апай, ҡайҙан килгән һеҙгә бындай саялыҡ?

– Һин уны әйтәһең әле. Атай булмағас (миңә алты йәш тулмаҫ элек үлеп ҡалған), апайымды Күмертау интернатына уҡырға тәғәйенләгәндәр, йәш категорияһы буйынса икебеҙгә урын булмағанлыҡтан, мине 1-се класҡа Салауат ҡалаһындағы интернатҡа тәғәйенләнеләр. Биш көндән килерһегеҙ, тип әсәйемде ҡайтарып ебәрҙеләр. Әллә һөт, әллә яғыулыҡ ташыу машинаһына ултырып ҡайтыуым хәтеремдә. Бесәй балаһы кеүек ҡалдырып киттем, тип әсәйем илай-илай ауылға ҡайтып етеүгә, мин ҡапҡа төбөндә ултырғанмын.

– Зилә ханым, һеҙ - гәзит сығарыу, китап баҫтырыу өлкәһендә яҡшы белгес. Юҡ-юҡта әле лә алмашҡа эшкә саҡыралар.

– Күмертау ҡала типографияһында 30 йыл эшләнем, коллективта хөрмәт иттеләр. Юллама менән Каспий, Ҡара диңгеҙ буйына шифаханаға йә курортҡа ял итергә ебәрә торғайнылар. Дағстан, Чечен Республикаһы ла, Ҡырым да ҡалманы. Юрамал ғына иҫәпләнем: 18 мәртәбә ял итергә барып ҡайтҡанмын. 2010 йылда хаҡлы ялға сыҡтым.Тәпәй баҫҡан атай-әсәй йортоноң ишек алдын шау сәскәгә күмәм.
Һәр кемгә лә минең кеүек эшенән йәм, тормош тәмен татып йәшәргә яҙһын...
Тормоштан йәм табып йәшәй Зилә апай
Тормоштан йәм табып йәшәй Зилә апай
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас