Башҡорт теленә һәм йыр-моңға һөйөү берләштерҙе

Көҙгө форумда балалар ҡайҙа йәшәйәсәк?

Башҡорт теленә һәм йыр-моңға һөйөү берләштерҙеБашҡорт теленә һәм йыр-моңға һөйөү берләштерҙе
Башҡорт теленә һәм йыр-моңға һөйөү берләштерҙе

"Мин башҡортса һөйләшәм" башҡорт музыкаһы фестивале уҙған аҙнала баш ҡалала үткән киң күләмле сағыу сараларҙың береһенә әүерелде. Ул меңләгән йәштәрҙе “Арт-Квадрат” йәмәғәт киңлегенә йыйҙы һәм заманса музыка, ижад, тере аралашыу аша башҡорт телен популярлаштырыу маҡсатын тормошҡа ашырҙы.

Был фестивалдең тарихы 2019 йылдан башлана. Тәүге сара йәмәғәтселек тарафынан  йылы ҡабул ителә һәм башҡорт телен үҫтереүҙең яңы заманса форматтарының һөҙөмтәле булыуын иҫбатлай. 2024 йылда сара тағы ла киңерәк күләмдә үтә, уның программаһы оҫталыҡ дәрестәре, мәғариф һәм ижади майҙансыҡтар, театраль постановкалар, поэтик сығыштар менән байытыла.

- Быйыл уҙғарылған фестиваль проект тарихында яңы баҫҡысҡа күтәрелде, - ти ойоштороусылар. – Әгәр 2019 йылда ул йәштәр өсөн эксперимент булараҡ үткәрелһә, 2024 йылда заманса башҡорт музыкаһының киң майҙансығына әүерелде, быйыл иһә йөкмәткенең тәрәнлегенә, тере тауышҡа, айырым бер йылы мөхит булдырыуға баҫым яһалды. Быйыл фестиваль ҡунаҡтарына этно-музыканан һәм автор башҡарыуынан алып электрон музыкаға, инди-попҡа һәм милли моңдо заманса яңғыраш менән берләштергән эксперименталь проекттарға тиклем бай музыкаль программа тәҡдим ителде, - ти сараны ойоштороусылар. ‎

Музыкаль программаны DJ Ринат Закиров асты. Сәхнәлә BURELAR, Тимур Ямалов, “YOMAQ” этно-электрон проекты, Артур Кәбиров, Радик Мусин, Лиана Хәбибуллина, Лилиә Сәғитова, Нәркәс Хәмитова, шулай уҡ электрон музыка менән төрки халыҡтарының традицион моңдарын берләштергән музыкаль продюсер  HANQYZY сығыш яһаны. Шулай уҡ тамашасыларҙы үҙҙәренең ижады менән махсус ҡунаҡтар Toolkyn и Oohmy ҡыуандырҙы. Мәскәүҙән килгән Toolkyn проекты заманса һәм этник музыканы үҙенсәлекле берләштереүе менән билдәле булһа, Санкт-Петербург ҡунағы Оohmy иһә башҡорт тамырҙарын, Петербург эстетикаһын сағылдырған кинематографик инди-поп башҡарыусыһы булараҡ сығыш яһаны. Барлыҡ сығыштар ҙа скрипка, ҡурай, бас-гитара һәм башҡа музыка ҡоралдары менән оҙатып барылды, шул рәүешле концертҡа айырым бер мәғәнә, мөхит, тәрән, бай яңғыраш өҫтәне. ‎Йырсы Лиана Хәбибуллинаның атаһы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Руслан Хәбибуллин менән сығыуы үҙенсәлекле булды. Руслан Хәбибуллин башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы. Махсус ҡунаҡтар араһында шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Илшат Мөслимов, Азат Биксурин, Олег Ҡасимов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ғимаев бар ине.

‎Концерт программаһынан тыш, сарала оҫталыҡ дәрестәре, ижади һәм интерактив майҙансыҡтар эшләне. Шулай уҡ фестивалдең партнерҙары тамашасылар араһында приздар уйнатты, сертификаттар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Сара башҡорт теленең заманса һәм йәштәрҙең көндәлек тормошонда тәбиғи ҡулланыла торған тел булыуын күрһәтте. ‎

Белешмә:

Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә. Сараны ойоштороусылар - "Сәсәндәр үҙәге" ойошмаһы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Өфө ҡалаһы хакимиәте. ‎

‎Гөлназ ЙОСОПОВА, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры:

‎- Беҙҙең фестиваль - ул  йәштәрҙе берләштереү, танышыу, аралашыу майҙансығы. Уның төп маҡсаты – башҡорт теленең милли мираҫтың ғына түгел, ә заманса ҡала мәҙәниәтенең дә айырылғыһыҙ өлөшө булыуын күрһәтеү. Фестивалдә музыкаға айырыуса ҙур урын бирәбеҙ. Нәҡ йыр-моң йәштәрҙең иғтибарын туған телгә һәм мәҙәниәткә йәлеп итә. ‎Һис шикһеҙ, ижади мөхит, заманса сәнғәт аша йәштәрҙә туған телгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, уның ыңғай образын формалаштырыу, милли мәҙәниәтте үҫтереү мөмкинлеге арта.

‎Башҡа проекттарға килгәндә, әле "Башҡортса ворд", "Зирәк",  "Әлләсе" кеүек мобиль ҡушымталар эшләнеү өҫтөндә. Август-сентябрь айҙарында уларҙың презентацияһын  уҙғарыу планлаштырыла. Көҙ Стәрлебаш районында йәштәр  өсөн форум уҙғарырға уйлайбыҙ. Унда ҡатнашҡан 14 йәштән өлкән балалар бер нисә көн дауамында башҡорт мөхитендә йәшәйәсәк. Телебеҙҙе һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән барлыҡ эштәребеҙ үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ тип ышанабыҙ.

Денис Янмырҙин фотолары.

Башҡорт теленә һәм йыр-моңға һөйөү берләштерҙе
Башҡорт теленә һәм йыр-моңға һөйөү берләштерҙе
Башҡорт теленә һәм йыр-моңға һөйөү берләштерҙе
Башҡорт теленә һәм йыр-моңға һөйөү берләштерҙе
Башҡорт теленә һәм йыр-моңға һөйөү берләштерҙе
Башҡорт теленә һәм йыр-моңға һөйөү берләштерҙе
Автор:Эльнара Шаймарҙанова
Читайте нас