

"Һеҙ, дуҫтар, ҡорот һыулап эскәнегеҙ бармы?
Әгәр булмаһа, мотлаҡ әҙерләп эсегеҙ. Торғаны бер шифа ул. Хәл индерә, эҫенән һаҡлай, һыуһынды ҡандыра, матдәләр алышыныуын тиҙләтә. Юҡҡа ғынамы ни, борон-борондан был эсемлекте ҡулланған беҙҙең халҡыбыҙ. Алыҫ юлда, ҡыҫҡа ялға туҡтап, ит бешереп, һурпа әҙерләр мөмкинлек булмағанда, ана шулай, ҡорот һыулап эскәндәр.
Бәпәй тапҡан йәш әсәләргә, мотлаҡ, күп итеп, ҡорот һыулап эсергәндәр. Минең үҙемә лә, тәүге бәпәйемде - Нияз улымды тапҡас, бейемем, "Һөт төшөрә, хәл индерә " - тип, гел дә, оло кәсә менән ҡорот һыулап бирер ине.
Икенсе, өсөнсө балам - Айһылыу, Нурия ҡыҙҙарым булғас, мин инде, ҡорот менән һары майҙы бала табыу йортона уҡ үҙем алып барҙым. Кемдәрҙер, күкрәккә һөт төшөртә торған дарыуҙар эскәндә, мин рәхәтләнеп, ҡорот һыулап эсеп яттым.
Бына шундай көскә эйә ул ҡорот!
Иргенәм, йәйге эҫелә, алдына туҡһан туғыҙ төрлө ризыҡ теҙһәң дә, "Ҡорот һыулап эсәйек әле..."- ти.
Оло аш ҡалағы менән әсе ҡорот, бал ҡалаҡ менән һары май, бер семтем тоҙ һәм борос һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, болғатырға кәрәк. Бер аҙ ғына башлы һуған тураһаң, бигерәк тәмле була, йәшел һуған, укропты, теләһәгеҙ, һалырға була.
Тәмле ризыҡ әҙер. Рәхәтләнеп, шифаһына кинәнеп, эсегеҙ."- тип яҙған шағирә, "Тамаша" журналы хәбәрсеһе Миләүшә Ҡыҙрасова.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа ҡорот һыулап эсәләрме? Фекерҙәрегеҙҙе комментарийҙарға яҙһағыҙ ине.
Сығанаҡ һәм фото: Миләүшә Ҡыҙрасованың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.