Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы килен төшә бөгөн бер өйгә...

Ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһы менән "Һомай" вокаль ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары йәштәрҙең туй тантанаһында "Киленгә һыу алыу" йолаһын күрһәткән.

Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы килен төшә бөгөн бер өйгә...Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы килен төшә бөгөн бер өйгә...
Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы килен төшә бөгөн бер өйгә...

Бөрйән районының "Таң" гәзите хәбәр итеүенсә, Шүлгән ауылына килен төшкән.

"Эй ихлас та Шүлгән апай-инәйҙәре. Гөрләтеп донъя көтөп кенә ҡалмай, булмыштары менән ауылды йәмләп йәшәйҙәр, йола һаҡлауҙы ла онотмайҙар.

Ауылдың "Ағинәйҙәр" ойошмаһы менән "Һомай" вокаль ансамбле ҡатын-ҡыҙҙары Нәйлә һәм Илназ Ишмөхәмәтовтарҙың туй тантанаһында "Киленгә һыу алыу" йолаһын күрһәткән. Йәш парҙы Һарыла шишмәһе янында йыр-моң менән ҡаршы алып, йәш килендең биҙрәләрен шишмә һыуы менән тултырып, изге теләктәрен дә еткергәндәр.

Был мәл туйҙың иң сағыу өлөшөнөң береһе булғандыр, моғайын.

Йәш ғаиләгә именлек, татыулыҡ, бәхет теләйбеҙ!"- тип яҙған улар.

 

Сығанаҡ һәм фото: "Таң" гәзитенән

Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы килен төшә бөгөн бер өйгә...
Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы килен төшә бөгөн бер өйгә...
Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы килен төшә бөгөн бер өйгә...
Елкендереп йәп-йәш ҡыҙҙарҙы килен төшә бөгөн бер өйгә...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас