Резеда Әминеваның ғаиләһендә ҡайғы...

"Ошо йырҙы гел илай-илай тыңлай ине..."

Резеда Әминеваның ғаиләһендә ҡайғы...Резеда Әминеваның ғаиләһендә ҡайғы...
Резеда Әминеваның ғаиләһендә ҡайғы...

Башҡортостандың халыҡ артисы Резеда Әминева “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә әлеге ваҡытта оло ҡайғы кисереүҙәре тураһында яҙған. Ошо көндәрҙә уның иң яҡын кешеһе - әсәһе Ғәйшә инәй баҡыйлыҡҡа күскән.

“Ээй... әсәкәйем! Мәңгелек донъяға күсте... Йәне ожмах түрендә генә булһын ҡәҙерлебеҙҙең.

Ошо йырҙы гел илай-илай тыңлай ине әсәйем... ("Әсәй, мине таңда уят әле" йырын)

Тыныс йоҡла, ҡәҙерлебеҙ...

Беҙ һинең ризалығың менән, һинән алған тормош һабаҡтарына таянып, һинең үрнәктә йәшәрбеҙ, Аллаһ бирһә”, – тип яҙған йырсы.

Резеда Әминеваның һәм уның яҡындарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, барыһына ла именлек теләйбеҙ.

Фото: vk.com/aminevarezida.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас