"Мин кешеләр яратҡан китаптар яҙам"

Быйыл Рәсәйҙең иң ҙур һәм билдәле “Эксмо” нәшриәтендә “Шүлгән ҡумтаһы” тигән китап донъя күрҙе. Авторы – милләттәшебеҙ, яҙыусы Гөлшат Әбдиева. Баҫма заманса фэнтези стилендә яҙылған, ундағы ваҡиғалар ҙа Башҡортостанда, беҙгә таныш урындарҙа бара. Геройҙары – арабыҙҙа йөрөгән үҫмерҙәр, беҙҙең балалар. Форсаттан файҙаланып, меңдәрсә тираж менән баҫылған ике тиҫтәгә яҡын китап авторы менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

"Мин кешеләр яратҡан китаптар яҙам""Мин кешеләр яратҡан китаптар яҙам"
"Мин кешеләр яратҡан китаптар яҙам"

Быйыл Рәсәйҙең иң ҙур һәм билдәле “Эксмо” нәшриәтендә “Шүлгән ҡумтаһы” тигән китап донъя күрҙе. Авторы – Гөлшат Әбдиева.  Билдәле булыуынса, нәшриәт төрлө жанрҙағы китаптар сығара: детектив һәм фантастиканан алып, балалар әҙәбиәтенә, документаль хеҙмәттәргә тиклем. Рәсәй китап союзы мәғлүмәттәре буйынса, нәшриәт даими рәүештә сығарылған баҫма исемдәре һәм тираждар һаны буйынса рейтингты етәкләй, бында танылған оҫталарҙың һәм ҙур премиялар лауреаттарының китаптары сыға.  Һәр автор өсөн нәшриәт менән хеҙмәттәшлек –  уның эшен индустрияның иң юғары кимәлендә баһалау билдәһе. Холдингтың ҡеүәтле дистрибуцияһы, үҙ китап селтәрҙәре, онлайн-майҙансыҡтары бар. Был һәр китапҡа киң аудиторияға барып етергә ярҙам итә.

Йәш башҡорт яҙыусыһының шундай кимәлдә эшләүе, һис шикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уята. “Шүлгән ҡумтаһы”ның исеменән үк күренеп тороуынса, авторҙы башҡорт халҡының мәҙәни ҡомартҡыһы булған  “Урал батыр” эпосы рухландырған. Баҫма заманса фэнтези стилендә яҙылған, ундағы ваҡиғалар ҙа Башҡортостанда, беҙгә таныш урындарҙа бара. Геройҙары – арабыҙҙа йөрөгән үҫмерҙәр, беҙҙең балалар.

Форсаттан файҙаланып, Гөлшат Әбдиева  менән әңгәмә ҡорҙоҡ.  Бөгөн милләттәшебеҙ –  меңдәрсә тираж менән баҫылған ике тиҫтәгә яҡын китап авторы. Эшмәкәрлеге тураһында: “Мин кешеләр яратҡан китаптар яҙам. Улар тормошҡа һөйөүҙе сағылдыра, был – ижадымдың төп йөкмәткеһе. Мейесендә дөрләп усаҡ янған, плитала шыжлап сәйнүк ҡайнаған, һине яҡындарың көткән йылы мөхитле, ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайтыу уңай булған донъялар булдырыу – төп маҡсатым”,  – ти Гөлшат Ғаяз ҡыҙы.  

– Үҙең менән бер аҙ таныштырып үтсе.

–  Учалы ҡалаһында тыуып үҫтем. Бәләкәстән китап уҡырға әүәҫ инем. Ҡулыма эләккән бер баҫманы ла ҡалдырманым, китапханаларға йөрөнөм. Дүрт йәштәр тирәһе булғандыр, бер шулай өләсәйем китап уҡығанда, башыма уй килде: «Мин дә шундай әкиәт уйлап сығара алам!». Яҙыусы булыу ниәтенә ошо ваҡытта уҡ, нигеҙ һалынғандыр, күрәһең.

Шулай итеп, тәүге әкиәтемде дүрт йәштәр тирәһендә ижад иттем: унда һүҙ бесәй, батша һәм ваза тураһында бара ине. Һуңынан тәүге хикәйәләремде аудиокассетаға яҙҙырҙым, өлкән кластарҙа уҡығанда журналистика клубында ҡатнаштым. Ғөмүмән, үҫмер саҡта даими рәүештә хикәйәләр, очерктар яҙҙым, ҡәләмһеҙ, ижадһыҙ торған осорҙо хәтерләмәйем. Әммә яҡындарым, табышлыраҡ һөнәр һайлау яҡшыраҡ булыр, тип ышандырҙы. 2011 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын «Филология: инглиз теле» йүнәлеше буйынса тамамланым. Артабан Өфөлә аспирантураға уҡырға индем, эшкә урынлаштым, әммә һәр саҡ нимәлер етмәгән кеүек тойола ине. Бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, егерме биш йәштәр тирәһендә, күптәнге хыялымды тормошҡа ашыра башланым...

 – Ҙур әҫәр яҙырға тотондоң?

– Шулай тип әйткәндә лә була. Ысынлап та, тәүге романымды –  башҡорт мифологияһына нигеҙләнгән фэнтезины – егерме биш йәштә яҙа башланым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әҫәр бер ҡайҙа ла баҫылып сыҡманы, сөнки, ниәте ҡыҙыҡлы булһа ла, урыны менән ябайыраҡ, өлгөрмәгәнерәк ине.

Матбуғат хеҙмәтендә мөхәррир булып эшләгәндә башкөллө ижад донъяһына сумдым, яҙмаларымды төрлө баҫмаларға тәҡдим иттем. Ижади бәйгеләрҙә еңеүҙәрем дәрт-дарман өҫтәй торҙо. Мәҫәлән, «Росмэн» нәшриәтенең «Яңы балалар китабы» номинацияһында билдәләнеләр. «Восхождение» халыҡ-ара йәштәр, В. П. Крапивин исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияларын алдым һәм башҡалар.

 – Бөгөн ниндәй нәшриәттәр менән хеҙмәттәшлек итәһең?

 – Китаптарым даими баҫылып сығыуға ҡарамаҫтан, журналдар, антологиялар менән эшләйем, мәҫәлән, «Мурзилка», «Аврора» һәм башҡалар.  «Эксмо», «Мозаика Kids», «Азбука», «Детская литература» һәм башҡа нәшриәттәр менән даими хеҙмәттәшлек итәм. Әлеге ваҡытта ун ете китабым донъя күрҙе, тағы ун китап баҫмаға әҙерләнә.

 – Был ҡаҙаныштарға килгәнсе ниндәйҙер үҫеш, үҙбилдәләнеш юлы үтергә кәрәк...

– Ысынлап та, һәр йылым – үҫеш этабы. Егерме туғыҙ йәшемдә яҙыу оҫталығына өйрәнә башланым, ике йылдан һуң хыялым тормошҡа ашты: 31 йәшемдә тәүге китабым баҫтылып сыҡты. Был, тәүге сиратта, тынғыһыҙ хеҙмәт һөҙөмтәһе: яҙыуға һәләтең булған хәлдә лә, ижади ҡанундарҙы, тәртипте белергә, оҫталығыңды камиллаштырырға кәрәк. Бөгөн миңә 37 йәш һәм өлгәшелгәндәрем эҙмә-эҙлекле, маҡсатлы эш һөҙөмтәһе.

 – Ошо урында аныҡлап китәйек әле. Ғәмәлдә, яҙыусылар күп, әммә Рәсәй кимәлендә китап сығарыусылар бик аҙ. Унан, билдәле нәшриәттәрҙә материалға ҡытлыҡ юҡтыр, тип уйлайым. Ошо гигант күләмдәр араһында нисек үҙ урыныңды табырға мөмкин?

 – Ысынлап та, нәшриәттәргә яңы авторҙар бик күп яҙма материал тәҡдим итә. Быны ҙур ағымға тиңләргә мөмкин. Һине ишетһендәр, күрһендәр өсөн бик ныҡ тырышырға тура килә. Иҫ киткес шәп яҙғанымды баһаларҙар, тип ҡалыплашҡан фекер йөрөтөү урынһыҙ. Бәғзеләр хатта, нәшриәт менән аралашыу оҫталығына махсус өйрәнә. Миңә, ябай авторҙар һәм нәшриәт араһындағы бетон стенаны “тишеп сығыу” өсөн бер нисә йыл кәрәк булды. Барлыҡ эшмәкәрлек онлайн форматта бара. Беренсенән, мөрәжәғәттәрҙе, хаттарҙы яҙыу оҫталығы кәрәк. Унан материалдың эстәлеге, күләме, ниндәй аудитория өсөн яҙылғаны мөһим. Оҫталыҡ үҫкән һайын, һин билдәле бер жанрҙа, билдәле бер аудиторияла яҙырға өйрәнә башлайһың – һүҙ шул турала. Унан, яҡшы яҙғандан тыш, әҙәби баҙарҙағы ихтыяжды, уның ҡанундарын яҡшы аңларға кәрәк.

Ябай итеп әйткәндә, тора-бара китап баҫтырыу  – ижад ҡына түгел, ә бизнес икәнен аңлайһың. Был заказ түгел, әммә әйтергә теләгәнеңде билдәле бер талаптарға ярашлы яҙырға һәм артабан кемгә тәҡдим итәсәгеңде аныҡ аңларға кәрәк. Мәҫәлән, башҡорт мифологияһына таянып яҙылған фэнтези әҫәрҙәрен  сабыйҙар өсөн китаптар баҫтырыусы нәшриәткә тәҡдим итеп булмай. Тап шуның өсөн китап баҙарының нисек эшләүен аңлау, үҙ-үҙеңде күрһәтә, таныштыра белеү зарур. Нәшриәтселәр менән тәүге сиратта, аралаша белергә кәрәк. Бик күп авторҙар был хаҡта хыяллана. Әгәр материал яҡшы булһа, һине баҫтырасаҡтар.

Ғөмүмән, һин яҙғанда, яҙырға өйрәнгәндә, раунд артынан киләһе раундҡа сығаһың, аныҡ маҡсаттарға өлгәшәһең. Әлеге ваҡытта нәшриәтселәрҙең ихтыяжы минең мөмкинлектәремдән күпкә юғарыраҡ булған осорҙамын. Бер йыл самаһы алға ниәттәрем, пландарым билдәләнгән. Һүҙ хеҙмәттәшлек иткән нәшриәтселәрем, ағымдағы сериялар хаҡында бара. Әлегә осорҙа яңы китаптар һәм башҡа нәшриәттәр өсөн яҙа алмайым, сөнки физик, әхлаҡи ресурстар бар.  Икенсе яҡтан, һин профессиональ яҙыусы һәм был эшмәкәрлек килем килтергән төп сығанаҡ икән, талаптар мотлаҡ үтәлергә тейеш.  Тимәк, һин ҡайҙалыр башҡа урында эшләй алмайһың, яҙыу менән генә шөғөлләнәһең.

 – Бер китапты яҙыуға күпме ваҡыт китә?

 – Ҙур булмаған баҫмаға дүрт ай самаһы талап ителә. Бихисап авторҙар күпкә тиҙерәк яҙа. Тик улай булдыра алмайым, сөнки минең өсөн китап – бөтөн полотно, унда барыһы ла бер-береһе менән бәйле. Геройҙарҙың образдарын һәр нескәлегенә тиклем уйлайым. Кейем, ҡиәфәт, нисек һөйләшәләр, нисек ситтән күренәләр һәм башҡалар. Быларҙың барыһы ла уйлағандарым тормошҡа ашҡанға тиклем күҙаллана. 

 – Тимәк, ижад менән лайыҡлы кимәлдә аҡса эшләргә мөмкин?

 – Ниндәйҙер ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн яҡшы аҡса эшләү, ғаиләне тәьмин итеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта, был һинең ижадыңдан ғына түгел, ә нәшриәттең тиражынан да тора...

Үҙемде был йәһәттән бәхетле кеше тип иҫәпләйем, сөнки уҡытыусы булған өләсәйемдән бай ижади башланғыс ҡына түгел, ә логик фекерләү, анализлау, структуралау һәләте күскән. Һәр ваҡыт эҙләнеү, өйрәнеү юлындамын. Мәҫәлән, илебеҙҙә нәшриәт бизнесының нисек эшләүен аңларға кәрәк. Ни өсөн кешеләр китаптарымды уҡый? Уларҙы ниндәй ихтыяждар ҡәнәғәтләндерә? Мәҫәлән, бихисап фекерҙәр нигеҙендә, иң популяр булған “Четверка из трясины”китабын  бығаса китапҡа ылыҡмаған балалар ҙа уҡый. Әлбиттә, был бестселлерҙы ата-әсәләр артабан да һатып аласаҡ, сөнки балалар, гаджетта арынып, китапҡа йотлоға. Мин китаптарға ҡағылышты фекерҙәрҙе етди өйрәнәм, анализлайым. Тап ошолар  әкренләп яңы кимәлгә сығара. Был осраҡлыҡ түгел, ә методик эш. Шул уҡ ваҡытта психологияға бәйле мәлдәр ҙә бар, сөнки күп авторҙар ҡурҡыуға, комплекстарға абына. Улар иһә эшкә ныҡ ҡамасаулай.

Саф стилистика, яҡшы текст –  беренсе кимәл. Киләһе кимәлдә, китаптар рухи яҡтан бай, көслө энергетикалы булырға тейеш. Быларға төрлө курстарҙа өйрәнеп булмай, фәҡәт үҙ-үҙеңде үҫтереп кенә өлгәшергә була, сөнки китап –  тормош һуҡмағы. Миҫал өсөн, балалар детективы тураһында һүҙ йөрөткәндә, уның психологик нигеҙе барлығын оноторға ярамай. Был яҙыусының тормош тәжрибәһен мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы формала балаға тапшырыу, тигәнде аңлата.  Ә китаптарҙы балаларға эмоциялар өсөн һатып алалар.

– Ҡасандыр билдәле автор булып китермен тип уйлай инеңме?

 – Мин быны һәр ваҡыт теләнем, күҙалланым, бала саҡтан алдыма шундай маҡсат ҡуйҙым. Ул ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә уңышлы карьера яһарға, китаптарымдың миллиондарса тираждар менән баҫтырырға теләр инем. Әммә халыҡ-ара танылыу – теләктең тышҡы яғы ғына. Төп маҡсат – шәп, ҡыҙыҡлы китаптар яҙған уңышлы профессиональ автор булыу.

 – Был маҡсатҡа табан ынтылғанда фекерҙәш, хеҙмәттәштәр менән берләшеү мөһимме?

 – Һис шикһеҙ, һөнәри үҫеш юлында рухташтар менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу, кәңәшләшеү мөһим. Тап шул ниәттән профессиональ берләшмәләр барлыҡҡа килә. Мәгәр, тормош шартлылыҡтарҙан торғанын да онотмайыҡ. Миҫал өсөн, мин ике тиҫтәгә яҡын китап авторы булыуыма ҡарамаҫтан, бөгөн Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы түгел, быға ынтылғаным да булманы. Шул уҡ ваҡытта, һәр ойошманың үҙ маҡсаты, бурыстары (шул иҫәптән дәүләт тарафынан билдәләнгән) бар. Улар минең уй-ниәттәрем, фекерләүем менән тап киләме – быныһы икенсе мәсьәлә. Шул уҡ ваҡытта, яҙмышым Башҡортостандан, халҡымдан айырылғыһыҙ, һәр әҫәрем башҡорт мифологияһына, халҡыбыҙҙың тарихына таянып ижад ителгән. Ниндәй тәҡдимдәр яңғыраһа ла, тыуған еремдән күсеп китергә лә ниәтләмәйем – тамырҙарым, илһам сығанаҡтары бында.

Башҡортостандың ижади даирәләре ойошторған сараларҙа, бәйгеләрҙә, осрашыуҙарҙа ҡатнашырға теләк бар, әммә барыһы өсөн дә, тәүге сиратта ваҡыт еткерергә кәрәк. Мин билдәле нәшриәт өсөн эшләгән яҙыусы булыу менән бер рәттән ғаиләле кеше, әсә. Тормош ығы-зығыһы, хәл итеүҙе талап иткән көндәлек мәшәҡәттәр етерлек.

 – Әҫәрҙәреңде берләштергән төп һыҙат, һинеңсә, ниндәй?

 –  Әҫәрҙәрем әкиәт, детектив, фэнтези кеүек төрлө жанрҙа яҙылһа ла, уларҙы яҡтылыҡ берләштерә, тип әйтер инем. Һәр тарихты миңә йылы итеп, ысын күңелдән һүрәтләү оҡшай, хатта геройҙарым ҡурҡыныс мажаралар кисергәндә лә. Китаптарымда үҙем инанған ҡиммәттәр сағылыш таба: ғаилә именлеге, үҙ-үҙеңә һәм башҡаларға ҡарата намыҫлы булыу, башҡаларҙың һәм үҙеңдең шәхси сиктәрен хөрмәт итеү, маҡсатлылыҡ, һәр ғәмәлдә ябайлыҡ һәм асыҡлыҡ.

– Күптән түгел донъя күргән «Шүлгән ҡумтаһы» китабы хаҡында әйтеп үт әле.

 – Ул башҡорт мифологияһына һәм «Урал-батыр» эпосына нигеҙләнгән әҫәр. Бер нисә тематик йүнәлеше бар. Әҫәрҙең төп энергияһы, минеңсә, олатай-өләсәйҙәр менән ейән-ейәнсәрҙәр араһындағы үҙенсәлекле, ихлас мөнәсәбәттәргә, һөйөүгә нигеҙләнгән.

Башҡортостан гүзәл тәбиғәте менән дан ҡаҙанғанын аңлатаһы түгел. Ошо ожмах мөйөшөндә йәшәп тә, уның күркәмлеген әлегә тиклем китаптарымда күрһәтә алмағаным өсөн күңелемдә үкенес тойғоһо бар ине. «Урал-батыр» эпосын уҡығанда, кинәт бер фекер килде: албаҫты-шайтандар ер аҫты донъяһына күскән, тиҙәр, ә бәлки, унда кешеләр ҙә барҙыр? Әммә улар унда нисек йәшәй, нимә менән шөғөлләнә һ.б.? Шулай, сюжет хаҡында уйланып йөрөнөм.

Әҫәргә тотонорға иһә һөйөклө өләсәйем, абруйлы уҡытыусы, иҫ киткес изге күңелле, сағыу, аҡыллы шәхес Ләлә Имаметдин ҡыҙы Янбаеваның арабыҙҙан китеүе этәрҙе. Уны юғалтыуҙы бик ауыр кисерҙем. Шуға күрә төп геройға ла исемемде бирҙем: ул өләсәһен юғалта, әммә аҙаҡ ҡабаттан таба.

Шулай итеп, китаптағы төп герой — ун өс йәшлек Гөлшат. Ул Башҡортостандың Учалы районында урынлашҡан Иманғол ауылында йәшәй. Ғәмәлдә, ысынбарлыҡта ла был ауыл бар. Бер көн ауылдан ҡапыл ғына бөтә өләсәй-олатайҙар юғала. Һәр ғаилә был хәлде үҙенсә  аңлата: кемдер шифаханаға, кемдер дуҫтарына, кемдер йомош менән киткән. Әммә Гөлшаттың күңеленә шик тынғы бирмәй: бында ниндәйҙер ғиллә бар. Тиҙҙән уға мәктәпкә яңы ғына уҡырға килгән Мәргән исемле тиҫтере мөрәжәғәт итә: баҡһаң, уның ҡаты ауырыған олатаһына Гөлшаттың өләсәһе генә ярҙам итә ала икән... Тап ошо минуттан Гөлшат менән Мәргән берләшә һәм ҡатмарлы, ҡыҙыҡлы, әммә ахырҙа бәхетле тамамланған мажараларға сума.

– Шулай итеп, төп илһам  сығанағы – тыуған ерҙә, уның ҡеүәт-көсөндә, тип әйтергә була?

– Эйе, фәҡәт был китап өсөн төп илһам сығанаҡтары— башҡорт тәбиғәте һәм мәҙәниәте, шулай уҡ шәхси бала саҡ тәжрибәһе. Ә киңерәк фекерләгәндә, тотош тормош тәьҫир итә: яңы фекерҙе нимә тыуҙырырын бер ҡасан да белеп булмай. Ҡайһы саҡта, көтөлмәгәндә  ишетелгән һөйләшеү; хайран иткән ниндәйҙер образ; хатта үҙенсәлекле формалағы болот та сәбәп булыуы ихтимал.

Тыныс, һил тормошто, яҡындарым менән өйҙә генә сикләнгән һәм һирәк сәйәхәттәр менән байытылған йәшәү рәүешен яратам. Шау-шыуҙан, артыҡ аралашыуҙарҙан ҡасам. Был, минеңсә, үҙ-үҙеңә һәм яңы идеялар биреп торған күңелеңә һаҡсыл ҡараш. Күңелеңде һәм йөрәгеңде ни тиклем нығыраҡ хөрмәт итһәң, ишетһәң һәм яратһаң, илһам да шул тиклем күберәк килә.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Гөлшат! Ижади уңыштар һиңә!

Фотолар геройҙың шәхси архивынан.

"Мин кешеләр яратҡан китаптар яҙам"
"Мин кешеләр яратҡан китаптар яҙам"
"Мин кешеләр яратҡан китаптар яҙам"
"Мин кешеләр яратҡан китаптар яҙам"
"Мин кешеләр яратҡан китаптар яҙам"
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас