

Быйыл "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" халыҡ-ара йәмәғәт берләшмәләре берекмәһенә ярҙам фонды "Сикһеҙ башҡорт теле: уйын киңлеге барыһы өсөн" республика Башлығының Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм халыҡ телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә гранттар конкурсында еңеүсе булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов билдәләүенсә, проекттың төп идеяһы – өлкәндәр өсөн һөҙөмтәле уйын контенты һәм балалар өсөн уҡытыу курсы булдырыу, уларға артабан маҡсатлы аудиторияла һынау үткәреү.
– Ял саралары сиктәрендә ғаиләләр менән эшләү, уларҙы төбәк башҡорттары ҡоролтайҙары һәм башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре (БИКЦ) менән үҙ-ара хеҙмәттшлеккә йәлеп итеү планлаштырылғайны. Инновацион уйын алымдарын ҡулланыу башҡорт телен өйрәнеү генә түгел, ә тел мөхитен булдырыу мөмкинлеген дә бирә. Проекттың географияһы Пермь крайын, Ҡурған өлкәһен, Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Сургут, Мәскәү ҡалаларын үҙ эсенә алды. Өс ай дауамында һәр аҙна һайын төбәктәрҙә балалар һәм өлкәндәр өсөн айырым дәрестәр ойошторолдо. Уларҙың нигеҙендә – уйын контенты һәм ярыш элементы. Формат беҙҙең өсөн яңы һәм был йүнәлеште артабан да үҫтерергә теләйбеҙ, сөнки уның йәмәғәтселәрҙе, шул иҫәптән йәш аудиторияны ла ҡыҙыҡһындырыуын күрҙек. Киләсәктә башҡа төбәктәр һәм республика райондары өсөн төрлө маҡсатлы аудиторияларға йүнәлтелгән проекттар әҙерләргә теләйбеҙ, – тине Юлдаш Мөхәмәт улы.
Проектты тормошҡа ашырыу этаптарына килгәндә, ағымдағы йылдың февралендә бер нисә ойоштороу сараһы уҙғарылған. Уйын механикаһы, балалар һәм өлкәндәр аудиторияһы өсөн башҡорт телен өйрәнеүгә йүнәлтелгән программалар эшләнгән. Башҡорт халыҡ риүәйәттәренә таянып эшләнгән уйын киңлеген "Орк-клуб" Төбәк-ара гуманитар-проект йәмәғәт ойошмаһы булдырған (етәксеһе – Александр Берелехис).
Киләһе этапта төбәктәрҙә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре нигеҙендә ғаилә-тел клубтары ойошторолған, төрлө йәштәге аудиториялар менән эш алып барылған. Ун йәшкә тиклемге балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса уҡыу курстарын Мәскәүҙәге башҡорт этномәҙәни клубы етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, Лейсән Әхмәҙуллина әҙерләгән, программа, дәреслек пландары һәм интерактив заданиелар төҙөгән. Шулай уҡ ул 2017 йылда Мәскәүҙә асылған йәкшәмбе мәктәбенең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
– Дәрестәр өсөн төрлө кимәлдәге белемле балаларҙы башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә өйрәтергә мөмкинлек биргән методика әҙерләнде. Уның һөҙөмтәләре ыңғай: һүҙ запасы киңәйә һәм әүҙемлек арта, балалар милли мәҙәниәт менән ҡыҙыҡһына, дәрестәргә ихлас йөрөй, уҡыусылар һаны арта. Был тәжрибә ғаилә-тел клубтарында файҙаланыласаҡ, шулай уҡ уйын контенты әүҙем ҡулланыласаҡ, – тип ыңғай кәйеф менән уртаҡлашҡайны Лейсән Йәҙгәр ҡыҙы.
Мартта грант проекты сиктәрендә Рәсәй төбәктәрендә ғаилә-тел клубтары эшләй башланы. Башта уҡ билдәләп үтеүебеҙсә, проекттың географияһы Мәскәүҙән Сургутҡа, Ырымбурҙан Пермгә тиклем ете төбәкте үҙ эсенә алды. Саралар башланыр алдынан ата-әсәләр һәм балалар видеоконференцияла ҡатнашты, унда алдағы белем биреү процесының маҡсаттары һәм бурыстары тағы бер тапҡыр иғлан ителде. Урындарҙа эшмәкәрлек нисек ойошторолоуы хаҡында ХМАО-Югра башҡорттары ҡоролтайы идараһы аппаратының башҡарма директоры Гөлсирә Әбдрәшитова һөйләне:
– Сорғотта аҙна һайын башҡорт теле дәрестәре төрлө темаларға арналды. Мәҫәлән, күренекле башҡорттарҙың тормошо тураһында дәрес үткәрҙек. Балалар уларҙың биографияһы менән танышты, тематик видеояҙмалар ҡараны. Шулай уҡ Салауат Юлаев, Исмәғил Тасимов, Мостай Кәрим йәки Урал батыр эпосы геройы кеүек шәхестәрҙең башҡорт халҡы өсөн ниндәй яҡты тарихи эҙ ҡалдырыуы хаҡында һөйләштеләр. Билдәле "Әй Йола" төркөмөнөң ижады менән дә таныштыҡ. Дәрестәрҙең береһе ҡурайға, башҡорт милли ҡоралдарына ла арналды. Башҡорт теле уҡытыусыһы Зөлхизә Насирова дәресте ҡурай моңонан башланы. Балалар көйҙөң үҙенсәлеге менән илһамланды, һорауҙар бирҙе. Артабан, сағыу презентация аша, башҡа милли музыка ҡоралдары: ҡыл - ҡумыҙ, думбыра, ҡумыҙ, дунгур менән таныштылар һәм уларҙың тауышын тыңланылар. Зөлхизә Раил ҡыҙы ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте. Балаларға ла боронғо башҡорт музыка ҡоралында уйнап ҡарау мөмкинлек бирҙеләр. Сара барышында "Башҡорт моңо" викторинаһы уҙҙы, уға "Дан" ҡурайсылар ансамбле етәксеһе Руслан Кәримов та ҡушылды һәм балалар өсөн ҡурайҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ғөмүмән, Сорғот йәмәғәтселәре был проектта ҙур теләк менән ҡатнашты. Рәсәй Федерацияһының ете субъекты араһында "Тархан рухы" командаһының алдынғы булыуы тәбиғи. Беҙ Башҡортостанға финал уйынына ҙур теләк менән килдек һәм ошондай һөҙөмтәле, ҡыҙыҡлы проект өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙҙең өсөн был, тәү сиратта, халҡыбыҙ, туған республикабыҙ менән бергә булыу мөмкинлеге һәм туған телде һаҡлауға индергән өлөшөбөҙ, – тине Гөлсирә Камил ҡыҙы.
Пермь крайының "Күк бүре" командаһы ла – иң көслөләрҙең береһе. Пермь крайында проект кураторы, И.Тасимов исемендәге Ғәйнә башҡорттарының тел һәм мәҙәниәт үҙәге рәйесе Рәйсә Корелина башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын үҫтереү һәм һаҡлау һөҙөмтәлелеген һәм форматын юғары баһаланы.
"Урал батыр эҙҙәре буйлап йәки "Күк-бүре" ҡәбиләһенең йәнтөйәген эҙләү" уйынында ҡатнашыу беҙҙең команда өсөн ысын асыш һәм рухи сәйәхәт булды. Проект туған башҡорт телендә һөйләшеү генә түгел, донъя мәҙәниәтенең боронғо ҡомартҡыларының береһенә, "Урал батыр" эпосына бар булмыш менән ҡағылыу мөмкинлеген дә бирҙе. Уйын араһында, һәр аҙымыбыҙҙы ентекле тикшереп һәм "Урал батыр" эпосын өйрәнеп, беҙҙең команда тәрән һығымталар яһаны. "Урал батыр" эпосының фәлсәфәүи манифесы – үлемһеҙлектең ысын тәбиғәте хаҡында! Эпостың төп сюжеты булып тере һыу эҙләү тора, ул үлемде еңергә һәләтле. Был сюжет кеше физик яҡтан үлемһеҙ була алмай, тигән һығымта яһарға мәжбүр итә. Кешенең ысын үлемһеҙлеге – уның изге эштәрендә һәм кешелеккә хеҙмәт итеүендә. Тере һыуҙы үҙе уртлап, мәңге йәшәү урынына, Урал батыр уны тирә-яҡтағы тәбиғәтте терелтеү һәм үлемһеҙ итеү өсөн тирә-яғына бөркә. Йәғни, уйында ғына түгел, тормошта ла беҙ һәр саҡ төп тәғәйенләнешебеҙҙе, изге эштәребеҙҙе һәм халҡыбыҙға хеҙмәт итеүебеҙҙе иҫтә тоторға тейешбеҙ, был хәҙерге көндә лә символик һәм патриотик әһәмиәткә эйә. Шуны билдәләп үтергә теләйем, проектҡа ҡушылып һәм "Күк бүре" ҡәбиләһе юлын үтеп, беҙҙең клуб ағзалары үҙҙәренә етди, фундаменталь һорауҙар бирҙе, менталь яҡтан үҫте һәм рухи яҡтан нығынды. Миҙгел тамамланды, ул бер һулышта үтте лә китте, әммә туған тамырҙарыбыҙҙы өйрәнеү яңы ғына башлана. “Күк бүре” ғаилә клубының уйын командаһы киләһе миҙгелдә, сентябрҙән, тыуған Пермь ере тарихы менән тығыҙ бәйләнгән "Айна һәм Ғәйнә" башҡорт эпосы буйынса уйынды дауам итеү тәҡдиме менән сығыш яһай", – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.
Ҡурған өлкәһе Сафакүл округы ғаиләләре лә башҡорт телен өйрәнеүгә йүнәлтелгән проектҡа ҙур теләк менән ҡушылды. Инициатива сиктәрендә ағымдағы йылдың мартында ғаилә тел клубы ойошторолған, унда ике йәш төркөмөнә бүленгән дәрестәр үткән. Балалар менән дәрестәрҙе башҡорт теле уҡытыусыһы Альбина Ураҙова алып барған, улар аралашыуҙың төп элементтарын үҙләштергән, бер-береһен туған телдә сәләмләргә һәм һорауҙар бирергә өйрәгән. Бынан тыш, һүҙ запасын киңәйтеү өсөн махсус эшләнгән балалар өҫтәл уйыны менән танышҡандар, шулай уҡ тел мөхитенә сумыуға булышлыҡ иткән тематик йәнһүрәттәр һәм фильмдар фрагменттарын ҡарағандар.
– Өлкәндәр башҡорт тарихы һәм мифологияһы сюжеттары менән танышты. Программаның үҙенсәлеге шунда: драматургияны ҡатнашыусылар үҙҙәре булдырһа, бөтә уйын процесы башҡорт телен әүҙем үҙләштереү тирәләй ҡоролған. Беренсе дәрестә өлкәндәр уйындың ҡағиҙәләрен һәм төп техникаһын өйрәнде; проектты ойоштороусылар менән аралашыу видеоэлемтә форматында үтте. Ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙы уйын процесының бөтә этаптарында ла оҙатып барҙы, – ти Зәриә Абдуллина, төбәктә проект координаторы, Ҡурған өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе.
Проект шарттары буйынса иң күп балл йыйған клубтар Башҡортостанға саҡырылды. "Сикһеҙ башҡорт теле: уйын киңлеге барыһы өсөн" проекты сиктәрендә финал уйыны Пермь крайы, Силәбе өлкәһе һәм Сургут ҡалаһы делегациялары ҡатнашлығында Р.Г. Кузеев исемендәге Этнологик тикшеренеүҙәр институтының археология һәм этнография музейында үтте. Александр Берелехис үҙенең командаһы менән бергә финалсылар өсөн уйын үткәрҙе.
Пермь крайының “Күк бүре” һәм Сорғот ҡалаһының “Тархан рухы” командалары тәжрибә уртаҡлашты, урындағы уйындарҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Һуңынан проектта ҡатнашыусылар өсөн В.И. Альбанов исемендәге полярниктар музейына экскурсия ойошторолдо. Унда делегациялар Арктиканы үҙләштереү тарихы менән танышты, шулай уҡ «Изге Анна» пар шхунаһында дрейфта ҡатнашыусы Валериан Альбанов яҙмышы тураһында мәғлүмәт тыңланы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында төбәктәрҙең делегациялары менән осрашыу һәм еңеүселәрҙе, шулай уҡ проектта әүҙем ҡатнашыусыларҙы бүләкләү тантанаһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Түңәрәк өҫтәлдә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, “Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина һәм Башҡортостан юлдаш телеканалының интерактив программалар редакцияһы етәксеһе Наил Юнысов, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов һәм БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова ҡатнашты. Философия фәндәре кандидаты, БР Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Закирйән Әминев "Урал батыр" эпосын фәнни яҡтан өйрәнеүҙең әһәмиәте тураһында һөйләне. Сығыштың темаһы бөйөк әҫәрҙең үҙенсәлектәренә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм ҡатнашыусылар араһында тема буйынса фекер алышыу булды. Программа мәҙәни ваҡиға – М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына барыу менән тамамланды.
Һис шикһеҙ, заман шарттарында башҡорт телен һаҡлау һәм популярлаштырыу — инновацион алымдар талап иткән мөһим бурыс. Телгә иғтибарҙы йәлеп итеүҙең һәм уны өйрәнеүҙең һөҙөмтәле ысулдарының береһе булып "Сикһеҙ башҡорт теле: уйын киңлеге барыһы өсөн" кеүек проекттар тора. Улар башҡорт телен өйрәнеүгә генә булышлыҡ итмәй, ә уҡытыу процесын мауыҡтырғыс һәм интерактив сараға әүерелдерә; төрлө йәштәге төркөмдәрҙең иғтибарын йәлеп итә, шулай уҡ хәҙерге йәмғиәттә башҡорт телен популярлаштырыуға булышлыҡ итә.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.