Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...

Салауат районының Урмансы ауылында шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Ә унан алда, өс йыл эсендә, ауылдаштар ярҙамы менән бер серия аҫтында биш китап баҫтырылды – шулай үҙебеҙсә рекорд ҡуйҙыҡ.

Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...
Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...

Өс кенә быуат түгел инде, шиғыр юлдарымда шулай яҙылһа ла... Хәҙерге быуатты ғына алғанда ла, үҙебеҙ ҙә ауыл, район, республика, ил кимәлендә булып үткән күпме тарихи ваҡиғалар тулҡынында йөҙәбеҙ. Ошо ваҡыт арауығында ни хәтлем эштәр атҡарып ташланыҡ!

IX быуатта – Ҡытайҙа, XV быуатта донъя кимәлендә китап баҫтыра башлағандар. Шул факттар миңә ауыл тарихын яҙып ҡалдырыу өсөн этәргес көс булды. Беҙ бит артта ҡалған белемһеҙ халыҡ түгел, ата-бабаларыбыҙ XX быуат башында өс төрлө яҙыуға күсеү реформаларын кисергән. Мәҫәлән, беҙҙең Салауат районының бәләкәй генә Урмансы ауылында ла ғәрәп, латин, кириллица графикаһында яҙылған хаттар, иҫтәлектәр һаҡланып ҡалған. Ошоларҙы киләһе быуындарға тапшырыу ниәтендә эшкә тотондоҡ һәм ауылдаштар ярҙамында өс йыл эсендә бер серия аҫтында биш китап баҫтырылды – шулай үҙебеҙсә рекорд ҡуйҙыҡ. Колхоздың беренсе рәйесе булған ауылдашыбыҙҙың иҫтәлекле яҙмалары ла айырым китап булараҡ Урмансы йылъяҙмаһы биттәрен тулыландырҙы.

Шул уҡ ваҡытта “Атайсал” проектына ярашлы обелиск төҙөкләндерелде, яңы стелалар ҡалҡып сыҡты, ҡоймалары яңыртылды, өмәләр үтеп торҙо. Хәҙерге ваҡытта яу яланында булған һалдаттарға ярҙам күрһәтелде, селтәр үреү акцияһы ойошторолдо. Был эш әле лә дауам итә.

Артабан барлыҡ эштәребеҙҙең матур һөҙөмтәһе булып, Урмансыла шаулап-гөрләп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үтте. Ул әле лә күңелдәрҙе елкендерә, байрам шаңдауы ҡолаҡтарҙа сыңлай, тыуған ауыл һауаһы, һыуы ғына түгел, яҡташтарҙың рәхмәт һүҙҙәре лә илһам көсө бирә. Байрам программаһы бик бай булды: яҡташтарҙың концерты, мәктәптең элекке сығарылыш уҡыусылары осрашыуы, спорт ярыштары һәм төрлө халыҡ уйындары, һыйлы табын, дискотека, ҡотлауҙар, бүләкләүҙәр, викторина, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр һәм башҡалар.

Байрамда күптән күрешмәгән туғандар менән осрашыу бәхете лә тейҙе. Сарала ҡатнашҡан яҡын туғандарымдың һаны ғына 60-ҡа етте. Башҡа ғаиләләр ҙә алыҫта йәшәгән туған-тыумасаларын бер урынға – байрам үткән һабантуй яланына йыйып, күрешеү, аралашыу шатлығы кисерҙе. Белеүебеҙсә, быйыл – Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм беҙҙең сара ла ошо исемле йылға ауаздаш төҫ алды.

Ауылдың тарихына һәм бөгөнгөһөнә арналған китаптар сығарыу, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәреү һәм башҡа саралар беҙҙе тағы ла нығыраҡ тупланы, берҙәмерәк итте. Төрлө тарафтарҙа йәшәгән ауылдаштар менән һәр ваҡыт бәйләнештәбеҙ, аралашып, фекер алышып торабыҙ, ҡайғыһын да, шатлығын да бергә күтәрәбеҙ. Ҙур байрамдар үткәреү бер генә кеше атҡарып сығырлыҡ эш түгел, бында күп нәмә халыҡтың берҙәмлегенә бәйле. Ойоштороу эштәрендә, байрам мөхитен булдырыуҙа Урмансы халҡы әүҙемлеген һәм берҙәмлеген раҫланы.

Авторы - Әлиә НОҒАМАНОВА.

Өфө ҡалаһы.

Автор фотолары.

Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...
Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...
Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...
Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...
Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...
Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...
Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...
Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...
Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...
Өс быуатлыҡ тарих һаҡлай ауылым...
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас