Һөйөү утрауы – Сурай

Әлшәй районында бер бәләкәй генә бер ауыл бар. Ул – Сурай. Тамырҙары менән ошо ауылдан сыҡҡан билдәле эшҡыуар, ағинәй Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы Фазлетдинова менән унда бер нисә тапҡыр булырға, ошо ауыл кешеләре, мәктәп, уның егәрле уҡытыусылары, булдыҡлы директоры хаҡында очерктар яҙырға тура килгәйне. Билдәле яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаны ла саҡырғайны улар уҡыусылар менән осраштырыу өсөн. Гөлсирә апай тәьҫораттары менән уртаҡлашып: Сурайҙы “һөйөү утрауы” тип атағайны. Һәм бына ошо фекерҙе ҡеүәтләгәндәй, ауылда “Мин яратам һине, Сурай!” арт-объекты барлыҡҡа килде. 

Һөйөү утрауы – СурайҺөйөү утрауы – Сурай
Һөйөү утрауы – Сурай

Арт-объект Сурай мәктәбенең 1996–2019 йылғы сығарылыш уҡыусыларының теләге, тырышлығы менән булдырылған. Архитекторҙары һәм дизайнерҙары – аталы-уллы Камил һәм Фидан Миңлеғәлиевтар. Фидан МХО-ла ҡатнашып, яраланып ҡайта. Ул шәхси эшен булдырып, ошондай объекттар сығарыу менән була.

Ҡыҙыл таҫманы киҫеү хоҡуғы “Румикс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ғилми-производство фирмаһы директоры Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы Фазлетдиноваға, ғүмер буйы Сурайҙа йәшәп, колхозда эшләп, күп балалар тәрбиәләп үҫтергән Миңйыһан Муллағәлиеваға, ошо ауылдың уңғаны Сафуан Хасановҡа, мәктәп директоры Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙына бирелде.

Ауылда эшләп килгән “Ағинәй” мәсетенең имам-хатибы Жәүит мулла Ризуанов ауылдаштарын мөһим ваҡиға менән тәбрикләп, фатихалы доғаһын яңғыратты. Ауыл биләмәһе башлығы Дауыт Урал улы Шакуров сурайҙарҙы ҙур байрам менән ҡотланы һәм киләсәктә лә шулай дәррәү булыуҙарын теләне. Ошо ауыл ҡыҙы, әлеге ваҡытта етештереү предприятиеһын етәкләүсе, быйыл 80 йәшлек юбилейын билдәләгән абруйлы ағинәй Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы дөрөҫ ғәмәлдәрҙең уңышҡа алып килеүе хаҡында һөйләне. “Ауылыбыҙҙа мәсет эшләп тора, мәктәп һаҡлап алып ҡалынған – шөкөр итеп кенә йәшәргә лә йәшәргә”, – тине ул.

Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтарға тәғәйенләнгән район хакимиәте башлығы Наил Рәшит улы Әбелғужиндың “Рәхмәт хаты”н Әлшәй районы мәғариф бүлегенең баш инспекторы Таңсулпан Баязит ҡыҙы Әһлиуллина уҡып ишеттерҙе. Юбилярҙарға ауыл старостаһы Зөбәржәт Садиҡ ҡыҙы Ғәбделмәнова ауыл халҡы исеменән бүләк тапшырҙы.

Мәктәп директоры Зәкиә Ғәлимйән ҡыҙы Солтангәрәева “Мин яратам Сурайымды!” арт-объектын ҡуйыуҙы ойоштороусы уҡыусылары –Таңһылыу Гайсина, Айһылыу Миңлейәрова, Рәлиә Әхмәтова, Юлиә Мусина, Әлмир Султангәрәевкә ауылдаштарының ҙур рәхмәтен еткерҙе.  Ошо идеяның башланғысында торған ветеран уҡытыусы Инзилә Тимербай ҡыҙы Мусинаға ул  “Дим- Урал” колхозы рәйесе Хәмит Фәйзрахман улы Ризуановҡа Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов бүләк иткән ручканы аманат итеп тапшырҙы.

Берҙәм, тырыш булғанға арт-объект барлыҡҡа килде, тип сығыш яһаны йәштәр. Тантананы Сурай мәктәбе уҡытыусылары Фәнисә Рауил ҡыҙы Әбделмәнова һәм Инзилә Тимербай ҡыҙы Мусина йәнле итеп алып барҙы.

“Арт-объект – рухыбыҙҙың, тарихыбыҙҙың, киләсәккә булған өмөтөбөҙҙөң кәүҙәләнеше! Тыуған ауылыбыҙҙы йәмләп, ситтә йәшәгәндәрҙе һәр ваҡыт саҡырып торһон!”  – тигән изге теләктәр әйтелде. Тантаннан һуң сығарылыш уҡыусылары Сурай мәктәбенең ойоштороуына 30 йыл тулыуға арналған байрамға йыйылды. Белем усағында элек эшләп киткән уҡытыусыларҙың да килеүе йыйынға йәм өҫтәне. Ә Сурай мәктәбе уҡыусыларының сығыштары барыһын да хайран итте. Улар был сараға бик ентекле әҙерләнгән. Бында ла тыуған ауылға, уҡытыусыларға һөйөү һәм яратыу тантана итте.

 

Автор фотолары.

 

Арт-объектты асыу

Байрам һуңынан иҫтәлеккә фото

50 йыл бергә ғүмер итеүсе Венера һәм Сафуан Хәсәновтар

Һөйөү утрауы – Сурай
Һөйөү утрауы – Сурай
Һөйөү утрауы – Сурай
Һөйөү утрауы – Сурай
Һөйөү утрауы – Сурай
Һөйөү утрауы – Сурай
Һөйөү утрауы – Сурай
Һөйөү утрауы – Сурай
Һөйөү утрауы – Сурай
Һөйөү утрауы – Сурай
Һөйөү утрауы – Сурай
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас