

Билдәле булыуынса, төркөмөбөҙҙә башҡорт блогерҙары араһында конкурс иғлан иткәйнек.
Бөгөн, 24 июлдә, 21.00 сәғәттә, иң күп тауыш йыйған еңеүсе асыҡланды: ул - Сәриә Миңлебаева!
Икенсе урынды бер аҙ ғына тауыш айырмаһы менән Сәлимә һәм Фәнил Ҡарасуриндар яуланы. Өсөнсө урында - Лиана һәм Азамат Вәлиевтәр.
Барығыҙҙы ла ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ! Еңеүселәребеҙ хаҡында “Башҡортостан” гәзитендә мәҡәлә донъя күрәсәк, уларға милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ. Шуға өҫтәп, беренсе урынды яулаған Сәриә Миңлебаеваға агротуризм йүнәлешендә “Башҡорт кәзәһе” блогын алып барған фермер Эдуард Ниғмәтуллиндың ҡунаҡ йортонда ғаилә менән ял итеү мөмкинлеге бирелә.
Йәйҙең ҡыҙыу көндәрендә, ҡырҡ эшен ҡырҡ яҡҡа ташлап, 12 блогер өсөн ихлас тауыш биргән барлыҡ дуҫтарыбыҙға, һынау тотҡан һәммә конкурсанттарыбыҙға ҙур рәхмәт! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Конкурс һөҙөмтәһе менән ошо һылтанма буйынса инеп танышырға мөмкин: https://vk.com/app7198399_-104965500#poll6a53be6f2a28b7123db57f62