Башҡорт донъяһы
5 Августа , 05:00

Яҡты эҙе ҡала кешеләргә

Роза апай Зиннатшина, "Башҡортостан ҡыҙы" ның тәүге рәссамы, оҙаҡ йылдар "Аҡ тирмә" башҡорт халыҡ үҙәгенең етәксеһе булып эшләгән бик рухлы апай, бөгөн яҡты донъянан китеп барған. –Роза, һин эшләгәндәге биҙәлеште, ҡулыңды хәтерләйбеҙ, нур бөркөлөп тора ине һүрәттәреңдән, – тип яҙалар ине уның хаҡында социаль селтәрҙәрҙә һүҙ сыҡһа.  Роза Барый ҡыҙы Зиннәтшина үҙ юлын табып, ижадта ла, рухиәтебеҙҙә лә яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәребеҙҙең береһе.

Яҡты эҙе ҡала кешеләргәЯҡты эҙе ҡала кешеләргә
Яҡты эҙе ҡала кешеләргә

Тормошта ла Роза апайҙың күҙҙәре көлә, йөҙөнән нур һирпелеп тора ине. Ине тип яҙам, сөнки ул 2026 йылдың 4 авгусында яҡты донъя менән хушлашты. Күп ауырлыҡтарҙы үткән, әммә һис тә бирешмәгән апайҙың һуңғы йылдарҙа һаулығы ҡаҡшаны, әммә ул осрашҡанда көлөп-йылмайып ҡаршы алды. Үҙенең башҡортлоғо өсөн ғорурлығын һәр ваҡыт яҡлар ине. “Башҡортостан” гәзитен почтанан алып килмәй башлағас, ниңә һеҙ милли баҫманы таратыуҙа ҡаршылыҡ тыуҙыраһығыҙ, тип даулашып та йөрөнө әле ул. Билдәле, был мәсьәлә милли баҫмаларға ғына ҡағылмай. Әммә ниндәйҙер юлдар менән кешеләрҙе “уятырға”, ҡыбырларға мәжбүр итергә кәрәк бит. Ысында, бик төптән, тәрәндән уйлай белә ине Роза апай. Шул мине уға ылыҡтырғандыр. Көмөш биҙәүестәр алмашып, ҡиәмәтлек әсәй менән ҡыҙ булыштыҡ. Ҡыҙҙары Гөлшат менән Азалияһы араһына ҡуйып, быныһы инде минең уртансы ҡыҙым, тине ул үҙенә генә хас ихласлыҡ, йылылыҡ менән.

Редакцияла үткән һәр байрамға ҙур итеп бәлеш бешереп килеп етә ине ул милли кейемдәрен кейеп. Бер ваҡыт Ҡазандан килгән журналист, “Сөйөмбикә” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Гөлнур Хәсәншинаны өйөнә алып ҡайтып йоҡлатты. Уға үҙ ҡулдары менән эшләгән картинаны ла бүләк иткәйне. Уның ҡотло фатирында мин йыш булдым. Шылтыратһам, әйҙә ин, сәй эсәйек, тип саҡырып ала ине. Роза апай һуңғы йылдарҙа хикәйәләр яҙырға әүәҫләнде. Уның нескә юморлы, хисле хикәйәләре милли матбуғатыбыҙҙы биҙәне. Йәл, үҙе иҫән булғанда китабын сығарып өлгөрмәнек.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының тәүге рәссамы Роза Барый ҡыҙы Зиннәтшинаның тормош юлына байҡау яһағанда, уның яҙмышы халҡыбыҙҙың үткәненән бер нисек тә айырылмауы күренә. Сөнки ул, халҡым, илем, тип янып йәшәгән, йәш быуынды тәрбиләүгә күп көс һалған арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе.

 

Бала сағы, йәшлек йылдары...

Бөйөк Ватан һуғышында ҡаты яраланған атаһы, күкрәк тултырып миҙал таҡҡан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Барый Ғатауллин, тыуған еренә, Мәсетле районы Ҡаранай ауылына, тулҡынланып аяҡ баҫа. Көҙ Ҡыйғы районына иген йыйыу өмәһенә барғанда осрата ул Розаның  буласаҡ әсәһен. Оҙон сәсле, зәңгәр күҙле йырсы ҡыҙға үлеп ғашиҡ була, күп тә үтмәй улар өйләнешә.

1947 йылдың яҙында Барый, йөклө ҡатынын алып, бер нисә иптәше менән урманға, тәбиғәткә, сыға. Йылға ташып китә, ҡатын кире яҡта ҡала, бәпесләй. Шулай ашыға Роза донъя күрергә. Атаһы йәш талдан тиҙ генә кәрзин үрә һәм бәләкәсте ошо бишеккә һалалар.

Ғаилә, ете йыл Свердловск ҡалаһында йәшәгәндән һуң, Балаҡатай районы Есаул ауылына күсенә. Роза яҡшы өлгәшә, олимпиада булһа, бөтә фәндәр буйынса ла гел уға өмөт бағлайҙар. Хатта спорт ярыштарына тик Розаны ебәрәләр. Бер шулай район үҙәгендә Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы, режиссер Ғабдулла Ғиләжев уға иғтибар итә. Театр бүлегенә уҡырға килергә күндерә ҡыҙҙы. «Әртистәр тик прәник кенә ашай, тигән уй бик ҡыуандырҙы. Сөнки бала саҡта тәмле-татлы һыйҙар эләкмәне. Имтихандарҙы яҡшы биреп, әртист булайым тигәндә, һүрәт тотҡан бер малайҙы күрҙем. Уның ижады үҙемдекенән бер ҙә артыҡ түгел ине», – тип хәтерләй хәҙер Роза апай шул саҡтарҙы. Сәнғәт мәктәбен бөткәндәрҙе генә алабыҙ, тип әйткәстәре, илап ҡайтып китергә тура килә уға. Златоуст ҡалаһында эшкә урынлашып, Мәҙәниәт һарайындағы һүрәт төшөрөү оҫталығына өйрәткән студиялағы дүрт йыллыҡ курсты бер йылда үҙләштереп, 1964  йылда студент булыу бәхетенә өлгәшә. Ғүмәр Мөхәммәтшин класына эләгә, уҡытыусылары Рәшит Нурмөхәмәтов, Әхмәт Лотфуллин, скульптор Владимир Кузнецов һабаҡтарын ала.

«Ағиҙел» журналына барып йөрөгәндә «Башҡортостан ҡыҙы» журналы ойоштороласағы хаҡында ишетә. Шағир Абдулхаҡ Игебаев, Ғүмәр уҡытыусыһының дуҫы,  уны  Кәтибә Кинйәбулатова менән осраштыра. Кәтибә апай Рәми Ғариповҡа: «Бына беҙҙең буласаҡ художество редакторы Роза һылыу Йәһүҙина була», – тип таныштыра. Октябрь проспектындағы Мебель туҡталышында урынлашҡан подвалдағы офиста редакция эш башлай.  Мәрйәм Бураҡаева, Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Йыһат Солтанов, Таңһылыу Ҡарамышева, Миңлегөл Хисмәтуллина кеүек таланттар менән юлдары шул рәүешле киҫешә.

Бигерәк тә Рәми ағай менән яҡыная ул. Өлкән ҡыҙы Гөлшат менән бала табыу йортонда ятҡанда, Рәми Йәғәфәр улының уны күрергә килеүен айырыуса бер йылылыҡ менән иҫкә ала ине. “Гөлшат тип  ҡыҙыма исемде ул ҡушты”, – тиеүендә лә ғорурлыҡ сағылып китә ине. Уның һөйләүе буйынса, бала табыу йорто алдында плакат тотҡан, йөҙөндә ихлас йылмайыуы балҡыған шағир Рәми Ғарипов күҙ алдына килә.

  • Ана, ирең килгән! – тиҙәр Розаға палатағылар.
  • Юҡ, ирем түгел, хеҙмәттәшем ул! – тигәнгә тағы аптырайҙар. Ысынлап, уларҙы ағай-һеңле яҡынлығы берләштерә. "Серҙәш" заманында "Башҡортостан ҡыҙы" журналының иң популяр рубрикаһы була, уны Рәми Ғарипов менән рәссам Роза Зиннәтшина берлектә уйлап сығара. «Башҡортостан ҡыҙы»нда ул ун йыл биҙәлеш мөхәррире булып эшләй. Ошонда ул Зәйнәб Биишева, Фәүзиә Рәхимғолова, Мәрйәм Бураҡаева, Факиһа Туғыҙбаева, Әнисә Таһировалар менән танышып, дуҫлашып китә. Ете йыл профсоюздың редакция бүлексәһе рәйесе була, ойоштороу эштәрен үҙ ҡулына ала. Роза апай һөйләүенсә, игеҙәк йондоҙлоғо аҫтында яңғыҙ бала тыуһа, уға һыңар һайлап, парлап ҡуйыр булғандар. Иште «Игеҙәк» йә «Буға»лар араһынан ҡарағандар. Ауылы әбейҙәре үҙенә иптәшкә Клараға иште апрель аҙағында, буға йондоҙлоғо аҫтында тыуған Роза апайҙы һайлаған. Ә Буғалар кемгә лә серҙәш булып, ярашып китә икән. Ике ҡыҙҙы ҡиәмәтлек апай-һеңле яһап, паралап ҡуйыуҙары хаҡында Роза апай Рәми ағайға һөйләгән. Ошо тарихты ишеткәс, «Журналыбыҙҙа ла «Серҙәш» тигән рубрика асайыҡ. Баҫмабыҙ уҡыусылар өсөн серҙәш, таяныс булһын. Әйҙә ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен борсоған нәмәләр хаҡында яҙһын, эс серҙәрен түкһен», – тип дәртләнеп китә ул. Уйламаҫтан тыуған рубрика ғүмерле була. Тираж 120 меңгә еткән саҡтарҙа редакцияға килгән хаттарҙың иҫәбе-һаны булмай. Хеҙмәткәрҙәр һәр береһен теркәп, яуап яҙырға тейеш. Иң күп конверт «Серҙәш»кә төбәлә. Роза апай һуңғы һулышынаса Рәми Ғариповты йылылыҡ менән иҫкә алды һәм хәтерен ҡәҙерләп һаҡланы.

Ижадҡа ынтылыш

Редакцияла эшләгән ваҡыттарҙа Роза Барый ҡыҙының, һүрәттән тыш, тәржемәләре, мәҡәләләре, яҙмалары баҫыла. 1975 йылда СССР-ҙың журналистар берекмәһе ағзаһы итеп алына. 1977 йылда Марксизм-Ленинизм университетында уҡый. 1984 йылда Юғары профсоюз мәктәбен тамамлай. 1979–1988 йылдарҙа профсоюз мәктәбенән дүрт кешене СССР күргәҙмәләре вәкиле итеп һайлайҙар, улар араһында Роза ла була. «Кремль эргәһендәге «Манеж»ға, ниндәй генә күргәҙмәләр үтһә лә, беҙҙе, дүрт кешене, саҡыралар ине.  Сценарийҙар төҙөп, эскиздар эшләнек. Хатта профессиональ рәссамдарҙың эштәрен күсереп йөрөтөүҙе миңә ышанып тапшыралар ине», – тип һөйләгәйне Роза апай. Күренекле совет карикатурист-рәссамдарҙың «Айыҡлыҡ – тормош нигеҙе» күргәҙмәһен, Кукрыниксы, М.В Куприянов, П.Н. Крылов, Н.А. Соколов кеүек график рәссамдарҙың эштәрен бөтә Рәсәй буйлап, Екатеринбургтан башлап Новосибирск, Магадан, Владивосток һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа күрһәткәс, Беренсе секретарь М.З Шакиров Роза Барый ҡыҙына  «Маҡтау ҡағыҙы» тапшыра.

1981–1987 йылдарҙа өсәр ай дауамында Ҡырым «Ливадия»һында башҡорт халҡына бағышланған күргәҙмәләр үткәреүгә көс һала.

«Фронтовик балаһы булараҡ, атайым һөйләгәндәрен иҫкә алып, ветеран үҙешмәкәр рәссамдарҙың эштәрен күргәҙмәләргә сығара инем. Ошонда бер бик характерлы портретҡа күҙ төштө. Г.И Даниловтың ижады һәм тарихы менән танышҡас, тетрәнеп, «Совет Башҡортостаны», «Ленинец» гәзиттәренә мәҡәлә яҙҙым», – тип хәтерләй ине Роза апай. Бында һүҙ һуғыш башланғандан «Брест крепосы»нан алып Польшалағы «Ломедофф» концлагеры тотҡоно булған Даниловтың портреттары тураһында бара. Польшалағы лагерҙы һүткәндә 130 һүрәт килеп сыға. Уны «билдәһеҙ совет һалдатының эштәре» тип музейға оҙаталар. Польша яҙыусыһы портреттарҙа кәүҙәләндерелгән тере һалдаттарҙы табып, улар аша һүрәттәрҙең авторы Башҡортостандан Стәрлетамаҡ егете Георгий Данилов икәнлеген иҫбатлай. Башвоенкомат аша Польшаға сәфәр ҡылырға, фотоальбом сығарырға ниәтләнә Роза. Әммә ул тормошҡа ашырылмай ҡала. Музейҙың әле ни хәлдә икәнлеге лә билдәһеҙ.

1987–1995 йылдарҙа Розалия Солтангәрәева, Сәфәрғәле Йәнтурин, Рәшит Шәкүр, Мәрйәм Бураҡаева, Дамир Вәлеев башҡорт мәҙәниәт клубы – «Аҡ тирмә»не асыу ниәте менән яна. Ҡала советы аша «Дуҫлыҡ» милли-мәҙәни үҙәге барлыҡҡа килә, рәйесе вазифаһын Горинға йөкмәтәләр. Әммә уны тиҙҙән Шолом Наумович Кац алмаштыра. Бөтә милләттәр ойошоп, «Дуҫлыҡ» тирәһенә тупланғас, 1-се бойороҡ менән «Аҡ тирмә»нең директоры итеп Роза Зиннәтшина тәғәйенләнә. Был клубта халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, милләт рухын, аманатын, телебеҙҙе һаҡлау, уны яҡлау бурысы алға ҡуйыла. Ситтә йәшәгән башҡорттарға ярҙам күрһәтеү, балаларҙы Өфөгә экскурсияға  саҡырып, төрлө осрашыу, кисәләр үткәреү, Республикала йәш таланттарҙы үҫтереү һәм танытыу эштәрен киң йәйелдереп ебәрәләр.

1995–2001 йылдарҙа Роза Барый ҡыҙы «Салауат күпере» республика балалар ойошмаһы рәйесе итеп һайлана. Рухлы, талантлы балаларҙың ижадын үҫтереүҙе һәм танытыуҙы маҡсат итеп ҡуялар бында. Республикабыҙҙың балалар күргәҙмәһен Японияға ебәрәләр, улар ҙа, яуап итеп, үҙҙәренең һүрәттәрен юллай. «Башҡортостан – Япония» күсмә күргәҙмәһе күптәрҙең күңеленә хуш килә. 

1996 йылда Совет районы рәйесе һорауы буйынса, Яҡутов паркының 60 йыллығына арнап, «А почему бы и не Диснейленд?» байрамын  үткәрә. Унда райондарҙан төрлө балалар ансамблдәре ҡатнаша. Байрамды  Кәтибә Кинйәбулатованың шиғырҙары биҙәй.

1997 йылда «Артек» пионер лагерында үткән «Башҡортостан көндәре»ндә 100 бала ҡатнаша. Башҡорт мәҙәниәте менән, балаларға йырҙар өйрәтеп, Һабантуй үткәреп һәм башҡа уйындар ойоштороп таныштыра Роза. Аҙаҡ, хушлашыу кисендә, бөтә лагерь Роза Барый ҡыҙы бешергән башҡорт аштары, тәмле бауырһаҡ менән һыйлана.

1997 йылда Ковров ҡалаһында «Тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм ижад» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашып, лауреат дипломы алалар. 1997 йылда Мәскәүҙә балалар ижадының «Аһ, Мәскәү» халыҡ-ара фестивале күргәҙмәһендә Почет грамотаһы, диплом менән бүләкләнеүҙәре лә күпте һөйләй.

1998 йылда Севастополдә балаларҙың, йәштәрҙең, уҡытыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең «Киләсәк өсөн көсләүҙәрһеҙ» халыҡ-ара фестиваль-конгресы асыла. «Тел һәм мәҙәниәт»  темаһына фекер алышалар. Сараға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әхмәт Сөләймәнов уларҙы ышанып ебәрә. Роза апай етәкләгән Башҡортостан делегацияһы Рәсәй буйынса беренсе урынға лайыҡ була. Фестивалде япҡан саҡта беҙҙең гимн уйнауында Роза Барый ҡыҙының да өлөшө була.  

1999 йылда Сочи ҡалаһында «Минең донъям» халыҡ-ара балалар фестивалендә диплом һәм Почет грамота алыуҙарын, Владимир ҡалаһында үткән славян мәҙәниәте Бөтә Рәсәй ижади оҫтаханаһында ҡатнашып, дипломға һәм «тамашасылар һөйөүе»нә лайыҡ булыуҙарын да һәләтле апай ғорурланып һөйләгәйне. 2001 йылда Республика күсмә күргәҙмәһе үтә. Унда 13-сө һәм 28-се мәктәп-интернат балалары ҡатнаша. 2002 йылда ла Республикала насар күргән һәм һуҡыр балаларҙың ижад күргәҙмәләре Роза апай ярҙамында уҙа.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, ул донъя гиҙергә яратты. Ҡайһы илдәрҙә генә булманы ул! Балаларына һәйбәт өләсәй, туған йәнле кеше булды.

...Роза апай баҡсала үҙе үҫтергән гөлдәргә һоҡланып, мул емеш уңышы алып, баҡсасыларға рецебын таратып, шунан тәм табып йәшәй ине. Һуңғы һөйләшкәндә лә: «Бында иҫ киткес хозурлыҡ, тын алыуҙары иркен. Ваҡыт табып кил, донъя мәшәғәте бөтмәҫ», – тигәйне. Әммә ни үкенес, был осрашыу булманы. Ҡыҙҙары Гөлшат менән Азалияға сабырлыҡтар теләйек. Бөтә ҡотто, йәмде, нәҫелде тотоп торған кешене юғалтыу бик ауыр. Роза апайҙың йәне йәннәт түрендә булһын!

 

 

Яҡты эҙе ҡала кешеләргә
Яҡты эҙе ҡала кешеләргә
Яҡты эҙе ҡала кешеләргә
Яҡты эҙе ҡала кешеләргә
Яҡты эҙе ҡала кешеләргә
Яҡты эҙе ҡала кешеләргә
Яҡты эҙе ҡала кешеләргә
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас