Башҡорт донъяһы
6 Августа , 20:30

Өләсәй ҡыҙҙарға ниндәй серҙәр өйрәтә?

Аҡъюл ауылы ағинәйе Ишемғолова Зөлфиә ҡыҙҙарға ҡаҙ мамығынан яҫтыҡ эшләү сере менән бүлешкән.

Өләсәй ҡыҙҙарға ниндәй серҙәр өйрәтә?Өләсәй ҡыҙҙарға ниндәй серҙәр өйрәтә?
Өләсәй ҡыҙҙарға ниндәй серҙәр өйрәтә?

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр итеүенсә, Аҡъюл ауылында "Өләсәйҙәр мәктәбе" әүҙем эшләп килә.

Ауылда уңған, оҫта ҡуллы, йолаларҙы, халыҡ кәсептәрен киләсәк быуынға еткерергә тырышҡан өләсәйҙәр йәшәй. Йәй осоронда өләсәйҙәр янына ялға ҡайтҡан ҡыҙҙар үҙҙәре өсөн файҙалы һәм кәрәкле эшкә өйрәнә.

Ишемғолова Зөлфиә өләсәй ҡыҙҙарға ҡаҙ мамығынан яҫтыҡ эшләү серен бүлешкән. Ҡаҙ өмәһе - башҡорттарҙың йола байрамы. Көҙгөһөн ҡаҙҙарҙы салып, мамығын йолҡоп өмә үткәрелә, ә мамыҡты яҙғыһын көндәр йылынғас Йылайыр йылғаһының ағын ерендә таҙалап йыуып, аҙаҡ эҫе ҡояш аҫтында киптереп алғандан һуң ғына күпертеп мендәр, түшәк, яҫтыҡтар яһарға була икәнлеген аңлатып үтте. Эш барышында мендәр һәм яҫтыҡтар өсөн туҡыманы ла дөрөҫ һайлау мөһимлеген иҫкәртте оҫта ҡуллы өләсәй.

Ҡыҙҙар бергәләшеп мамыҡ теттеләр, аҙаҡ ыҡсым ғына яҫтыҡ итеп тултырып та ҡуйҙылар.

Осрашыу ҡыҙҙарға бик оҡшаны, Зөлфиә өләсәйгә ҙур рәхмәттәр әйтеп, күңелләнеп, белем арттырып таралышты улар.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

Өләсәй ҡыҙҙарға ниндәй серҙәр өйрәтә?
Өләсәй ҡыҙҙарға ниндәй серҙәр өйрәтә?
Өләсәй ҡыҙҙарға ниндәй серҙәр өйрәтә?
Автор:Карима Усманова
Читайте нас