Башҡорт донъяһы
26 Август , 13:50

Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы

Өфөлә I “Барыһы ла Еңеү өсөн!” республика ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте.

Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһыҠатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы

Өфөлә, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда, йәмәғәт ойошмалары, власть органдары, ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәрен һәм Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергәндәрҙе берләштергән I “Барыһы ла Еңеү өсөн!” республика ҡатын-ҡыҙҙар форумы үтте.

Форум ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәмәғәт эшен әүҙемләштереү, ҡатын-ҡыҙ – әсә статусын күтәреү, ғаилә һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау маҡсатында уҙғарылды. Был сара махсус хәрби операция шарттарында ҡатын-ҡыҙҙың ролен күрһәтеүҙе лә үҙмаҡсат итеп ҡуйҙы.

Фойела ирекмәндәр, ижади оҫтаханалар күргәҙмәләре, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”, “Ватанды һаҡлаусы Әсәһе”, “Ватанды һаҡлаусы Ғаиләһе” фотокүргәҙмәләре эшләне. Уларҙы һәр береһе рух көсөн, мөхәббәтте һәм тоғролоҡто сағылдырҙы. 

Форум эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Данияр Абдрахманов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, "Берҙәм Рәсәй" партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Александр Мельников, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, шулай уҡ ветерандар, МХО геройҙарының әсәләре һәм ҡатындары, йәмәғәтселәр, фонд филиалының социаль координаторҙары ҡатнашты.

Фекер алышыу үҙәгендә хәҙерге замандың төп мәсьәләләре –  Еңеүгә өлгәшеүҙең стратегик сығанағы булараҡ ҡатын-ҡыҙҙар ирекмәнлеге, традицияларҙы һаҡлау һәм тылды нығытыу, йәмәғәт ойошмаларының төбәктең патриотик көн тәртибенә индергән өлөшө, шулай уҡ Башҡортостанға һәм Ватанға хеҙмәт итеүҙә ҡатын-ҡыҙҙың роле булды.

Сараның тантаналы өлөшөндә дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары наградалары менән бүләкләнеләр.

I “Барыһы ла Еңеү өсөн!” республика ҡатын-ҡыҙҙар форумын “Башҡортостан Республикаһы башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте” ҡатын-ҡыҙҙар статусын үҫтереү һәм уның йәмғиәттәге ролен әүҙемләштереү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Бөтә Рәсәй “Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы” ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы ойошторҙо.

Фото: "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының төбәк бүлексәһенән.

Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Ҡатын-ҡыҙ - донъя тотҡаһы
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас