

Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов Урал тауҙарында ҡырҡып алған ҡурайҙы төньяҡ полюсҡа алып барған. Ошо көндәрҙә ул тыуған еренән меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡта ҡурай моңон яңғыратты.
Боронғо йола буйынса, буласаҡ инструменттың оҙонлоғон йоҙроҡтары менән үлсәп, уларҙы бер-береһенә һалып, әкиәт әйтеп эшләп күрһәтә.
– Ҡурай!
– Әү?
– Ҡайҙа үҫтең?
– Урманда.
– Кем һине ҡырҡҡан?
– Ҡурайсы.
– Ни өсөн?
– Уйнау өсөн.
Бөтәһе һигеҙ йоҙроҡ. Һәр ҡурайсының ҡулы, һулышы һәм тәне үҙенсәлекле, шуға күрә ҡурай ҙа һәр ваҡыт айырылып тора. Һәр йоҙроҡ йөрәк дәүмәленә тиң, тимәк, һәр ҡорал аныҡ кешенең йөрәгенән тыуа һәм уны кем булдырған, шул менән резонанста яңғырай.
Ҡурай музыка ҡоралы ғына түгел. Ул кешене тәбиғәт менән тоташтырыусы, юл күрһәтеүсе. Уның тауышы аша ҡурайсы ҡайһы берҙә әйтеп етелмәгән һүҙҙәрҙе еткерә ала: тыуған илгә һөйөүҙө, тәбиғәт матурлығын, тирә-яғыбыҙҙағы бөтә нәмә өсөн рәхмәтте.
“Урал” башҡорт халыҡ көйө лә шундай мәғәнәгә эйә. Был ер, һыу һәм күк, йәшәү һәм яратыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт. Ул йәшәү шатлығын һәм тирә-яҡтағы бөтә нәмә менән бәйләнеш тойғоһон белдерә.
Беҙҙең өсөн айырыуса мөһим, хәҙер ул төньяҡ полюста яңғыраны.
Был ваҡытта эргәлә төрлө илдәрҙән һәм төрлө континенттарҙан кешеләр булды. Беҙ уларҙың һәр береһенең ҡурай моңо менән бергә Урал тауҙарының бер өлөшөн алып китеүен теләнек: йылылыҡты, мөхәббәтте һәм “Әй Йола” (AY YOLA) музыкаһына һалған үҙенсәлекле гармония тойғоһон", - ти Ринат Рамаҙанов.
Фото: скриншот.