Башҡорт донъяһы
4 Сентября , 11:00

"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."

Әбйәлил районында республика кимәлендә тәүге тапҡыр уҙған “Ҡәләмтуй” хаҡында - яҙмала.

"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм...""Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."
"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."

Әбйәлил районында республика кимәлендә тәүге тапҡыр “Ҡәләмтуй” сараһы уҙҙы. Башҡортостандың йәш яҙыусылары, шағирҙары, журналистары һәм блогерҙары өсөн ойошторолған әҙәби-ижади форум төрлө төбәктәрҙән 150-нән ашыу ижадсыны, билдәле яҙыусыларҙы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәрен йыйҙы.

Сараны Әбйәлил районы хакимиәте менән берлектә урындағы ҡоролтай ойошторған. Абруйлы ҡунаҡтар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе кәңәшсеһе Рөстәм Баянов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, журналист Наил Юнысов та булды.

Форум эшендә шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов; «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллина ҡатнашты һәм ҡәләмдәштәренә эшлекле кәңәштәрен, ихлас теләктәрен еткерҙе.

- Республика кимәлендә генә түгел, райондарҙа ла төрлө йүнәлешле баҫмалар донъя күрә, уҡыусыларҙың һөйөүен яулай, бәғзе әҫәрҙәр, театр йә башҡа сәхнәләргә барып етеп, икенсе төрлө тормош менән йәшәй башлай, тағы ла киңерәк даирәләрҙе яулай. Быларҙың барыһы ла бик ҡыуаныслы.
Бөгөн күргәҙмәлә махсус хәрби операция темаһына бағышланған әҫәрҙәргә иғтибар иттем – был да заман сағылышы. Һис шикһеҙ, ошо йүнәлештә ижад ителгән әҫәрҙәр тарихты теркәй, өмөт уята, батырҙарҙың исемен мәңгеләштерә, дәрт һәм ышаныс өҫтәй һәм ошоноң менән еңеүгә үҙ өлөшөн индерә.

Сараны ойоштороу өсөн район хакимиәте ҙур тырышлыҡ һалған һәм тәбиғәткә яҡын майҙансыҡ һайлау ҙа отошло. Унан тыш, урындағы ҡоролтайҙың әүҙемлеген билдәләп үтер инем. Ижадсыларға илһам өҫтәгән форумдың тағы бер үҙенсәлеге – урындағы яҙыусыларҙы, ҡәләм оҫталарын танып белдек, ни тиклем һәләтле, тәрән фекерләүсе, телем, илем, милләтем тип янып йәшәгән шәхестәр күп арабыҙҙа! Барығыҙға ла һүнмәҫ ижади ҡомар, илһамлы ижад юлы теләйем. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ! - тип билдәләне үҙ сығышында Эльвира Айытҡолова.

«Яҙа ҡәләм - тыңлай ғәләм» шиғри девизы аҫтында үткән үҙенсәлекле сарала ижадсылар төрлө темалы "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә ҡатнашты, фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.

Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, сараны ойоштороусыларҙың береһе Хәлил Рәхмәтуллин әйтеүенсә, “Ҡәләмтуй”ҙың маҡсаты - әҙәбиәттең киләсәген билдәләргә ярҙам итеү,

- Бөгөн берҙәмлеккә ынтылыу ниәте көслө. Әҙәби ойошмаларҙы рәсмиләштереү, уларға йәштәрҙе ылыҡтырыу мөһим, сөнки башҡорт әҙәбиәтенең яңырыуы ла, заманса сифаттар менән байыуы ла - улар ҡулында, – тип билдәләй Хәлил Юлай улы.

Фотолар: "Китап" нәшриәте.

"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."
"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."
"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."
"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."
"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."
"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."
"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."
"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."
"Яҙа ҡәләм - тыңлай ҡәләм..."
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас