Башҡорт донъяһы
11 Сентябрь , 12:50

"Атайсал – Ватан көсө" форумында – заман кейемдәре күргәҙмәһе

Дизайнерҙар берләшеп, традицион башҡорт кейеменең заманса өлгөләрен тәҡдим итте.

"Атайсал – Ватан көсө" форумында – заман кейемдәре күргәҙмәһе"Атайсал – Ватан көсө" форумында – заман кейемдәре күргәҙмәһе
"Атайсал – Ватан көсө" форумында – заман кейемдәре күргәҙмәһе

Бөгөн Өфөлә "Атайсал – Ватан көсө" V юбилей форумы үтте, унда меңдән ашыу яҡташыбыҙ – меценаттар, ирекмәндәр,  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, әүҙем йәштәр, ғөмүмән, Башҡортостан яҙмышына битараф булмаған һәм Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән, әммә республика үҫешенә өлөш индереүен дауам иткән шәхестәр берләште.

Форум сиктәрендә, шулай уҡ бөгөн, 11 сентябрҙә, билдәләнгән Милли кейем көнөнә арналған, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" проекты, "Һылыуҡай" моделдәр агентлығы һәм башҡорт кейеме дизайнерҙары ярҙамында ойошторолған заман кейемдәре күргәҙмәһе үтте.

Сарала башҡорт традицион костюмдарын, аксессуарҙарын тегеү оҫтаһы, башҡорт милли кейемен реконструкциялаусы Гөлсөм Хөсәйенованың, "Сәрби" ательеһы етәксеһе, Евразия этнодизайнерҙар ассоциацияһы ағзаһы Саимә Хәсәнованың, "Ай-бренд" брендына нигеҙ һалған Артур Исҡужиндың, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың, Әлфиә һәм Гөлфиә Хамматоваларҙың “Минзифа” коллекциялары тәҡдим ителде. Әйткәндәй, дизайнерҙар Башҡортостандың этнодизайнерҙар ассоциацияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында сентябрь башында Ҡырғыҙстанда үткән Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында төбәк исеменән сығыш яһаны.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Ул форум ҡунаҡтарын Милли кейем көнө менән ҡотланы һәм этносара үҙенсәлектәрен билдәләне.

- Бөгөн төрлө йүнәлештәге дизайнерҙар берләшеп, традицион башҡорт кейеменең заманса интерпретацияларын тәҡдим итте, уларҙы бөгөнгө талаптарға һәм өҫтөнлөктәргә яраҡлаштырҙы. Уларҙы тағы бер уртаҡ күренеш – башҡорт түбәтәйе, үҙенсәлектәре төрлө булған традицион баш кейеме бәйләй. Түбәтәй төрлө материалдарҙан, мәҫәлән, мамыҡтан, етендән, йөндән йәки хатта ебәктән эшләнә ала; түбәтәйҙәрҙә йыш ҡына тәбиғәтте, йыһанды һәм башҡа мөһим төшөнсәләрҙе символлаштырған традицион башҡорт орнаменттарын күрергә мөмкин. Төҫ шулай уҡ символик мәғәнәгә эйә; эшләү техникаһы төрлө булырға мөмкин, мәҫәлән, сигеү, аппликация йәки туҡыу ҡулланыла. Йәғни, түбәтәй баш кейеме генә түгел, ә башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм йолаларының ысын символы. Ул ҡулдан йәки машинкала тегелгән булыуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта кейемдең ғәмәли элементы ғына түгел, ә ысын сәнғәт әҫәре лә, традицияларҙы һәм оҫталыҡты берләштерә, хәҙерге заманда көнүҙәклеген һәм әһәмиәтен һаҡлай. Әйткәндәй, бөгөнгө күргәҙмәлә Башҡортостан Милли музейынан уникаль экспонаттар – тарих шаһиттары һәм мәҙәниәт символдары булған башҡорт түбәтәйҙәре күрһәтелде, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

Этносараның ысын биҙәгенә дизайнер Саимә Хәсәнованың "Күңел көйҙәре" коллекцияһы әүерелде. Оҫта раҫлауынса, "Сәрби" ательеһы – кейем бренды ғына түгел, ә этнография, һөнәрселек һәм юғары мода сигендә торған автор проекты, ул архивтар нигеҙендә ҡулдан эшләнгән гардероб әйберҙәре аша "башҡорт кодын" һаҡлауға һәм популяорлаштырыуға йүнәлтелгән.

– Һәр төбәктең үҙ орнаменты, үҙ сигеүҙәре бар. Мәҫәлән, Пермь башҡорттарында – суҡлы түбәтәй, Ҡурған башҡорттарында баш кейеме – сағыу, төҫтәр гаммаһы бик бай. Башҡорт түбәтәйҙәре формаһы буйынса йышыраҡ тирмәне хәтерләтә. Төрлө функция үтәй. Мәҫәлән, бөтә ерҙә лә биҙәүестәрһеҙ ябай мамыҡ түбәтәйҙәр ҡулланылған: ул йылылыҡты һаҡлау өсөн күн баш кейеме аҫтына кейелгән. Бөгөн беҙ эшебеҙҙә түбәтәйҙәрҙең тарихи формаларын, традицион төҫтәрен һәм сигеүҙәрен ҡулланабыҙ, изделиеларҙы заманса тенденцияларға яраҡлаштырабыҙ. Беҙҙең түбәтәйҙәр йәштәрҙә лә, өлкәндәрҙә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана, – тип билдәләне оҫта.

Башҡорт милли кейемдәрен тегеү оҫтаһы, аксессуарҙар һәм реконструктор Гөлсөм Хөсәйенованың "Хан ҡыҙы" коллекцияһы башҡорт халҡының традицияларын һәм эстетикаһын һаҡлап ҡалған музей өлгөләре һәм архив фотоһүрәттәре нигеҙендә булдырылған. Эштә милли кейемдең байлығын һәм статусын һыҙыҡ өҫтөнә алған боронғо туҡымалар, ысын биҙәүестәр һәм тәбиғи мәрйендәр ҡулланыла. Артур Исҡужин етәкселегендәге "Ай бренд" командаһы күптән түгел Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарынан ҡайтты, унда үҙенең кейем брендын тәҡдим итте. Бренд башҡорт символикаһының стилен һәм этник элементтарын берләштергән заманса кейем, ул әүҙем йәшәү рәүешен баһалаған, үҙенсәлекле дизайн аша үҙенең милли үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләгәндәр өсөн булдырылған.

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинова "Муллыҡ" этноколлекцияһын тәҡдим итте. Уның үҙенсәлеге шунда: авторҙың картиналары замандаштарыбыҙ кейеменә күсерелгән. "Беҙ тәрән мәғәнә һәм тарихи мираҫтың сағылышын күрәбеҙ, ул быуындан-быуынға мода телендә тапшырыла", - тип билдәләй рәссам.

"Минзифа" брендына нигеҙ һалған дизайнерҙар Әлфиә Һәм Гөлфиә Хамматовтар милли кейем элементтары менән биҙәлгән заманса ҡатын-ҡыҙ кейеме коллекцияһын тәҡдим итте. Илһам сығанаҡтары – боронғо ҡатын-ҡыҙҙың күкрәк биҙәүестәре, ҡашмау һәм баш кейемдәре милли кейемдең айырылғыһыҙ өлөшө һәм традицион башҡорт күлдәктәрендә йыш ҡулланылған элементтар.

Сара “Атайсал” форумына сағыу старт бирҙе һәм милли мәҙәниәт мөмкинлектәре сикһеҙ икәнлеген тағы берҙе иҫбатланы.

Фото: Светлана Садиҡова.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас