

Тыуған ил нимәнән башлана? "Атайсал" проектының "Туған традициялар" темаһына арналған өсөнсө секцияһы тап ошо һүҙҙәрҙән башланды. Михаил Матусовский яҙған был шиғри юлдар һәм Вениамин Баснер көйө секция эшенә бик матур башланғыс һалды.
Майҙансыҡтың эше бер нисә мәғәнәүи блокка бүленгәйне:
Беренсе блок "Һөнәрсе оҫталар" тип аталды һәм бында тик ижад телендә һәм ҡан хәтеребеҙҙе һаҡлау тәңгәлендә барҙы һөйләшеү.
Икенсе блок "Ирҙәр советы"на арналды һәм бында ир-атты тәрбиәләү йолалары, атанан улға яуаплылыҡ тапшырыу һәм ырыуҙы һаҡлау буйынса һөйләшеүҙәргә туҡталдылар.
Өсөнсө блок "Ағинәй" тип аталды, бында халҡыбыҙ йолаларының төп һаҡсылары, нигеҙебеҙ йылыһын булдырыусылар тураһында һәм "Атайсал"дың киләсәге хаҡында булды әңгәмә.
Сарала ҡатнашыусылар менән әңгәмәне "Юлдаш" радиоһының алып барыусыһы Йәмил Ишмөхәмәтов, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире, "Ағинәй" төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаева алып барҙы.
Улар һәр кемгә, Тыуған илебеҙ үҙебеҙҙең хәтерҙән, үҙебеҙҙең ҡулдарҙан һәм берҙәмлегебеҙҙән башлана, тигән төшөнсәне һалырға тырышты.
Әйткәндәй, "Ватан көсө" проекты быйыл бишенсе тапҡыр уҙғарылды. Был әһәмиәтле ваҡиға 1200-ҙән ашыу кешене берләштерҙе.
Быйылғы сараның Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнөнә тура килеүе лә символик мәғәнәгә эйә. Бында, әлбиттә, "Атайсал. Тыуған яҡ һулыштары" тигән этнокүрһәтеү сара ҡатнашыусыларына республиканың үҙенсәлеген һәм йолаларын тағы ла бер тапҡыр күрһәтһә, ғөмүмән, һөнәрсе оҫталарҙың хеҙмәттәре проекттың төп күренеше булды тиергә була,
сөнки Тыуған ил, тап үткәнебеҙҙән быуындан-быуынға тапшырылып килгән ҡан хәтере, йолалар һәм берҙәмлектән башлана ла инде.
Юлай Кәримов фотоһы.