

Өфө районы Шамонин ауылының һабантуй яланында IV "Алтын уҡ" төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторолдо.
Сара йыл да үткәрелә. Маҡсаты – башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтен тергеҙеү, уҡтан атыуҙы таратыу, йәштәрҙе башҡорт халҡының традициялары менән таныштырыу.
Ойоштороусылары – Өфө районы хакимиәте, "Дарман" акционерҙар коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, "Юрмаш мәргәне" уҡтан атыусылар клубы, Өфө районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.
Фестивалдә Башҡортостандан ғына түгел, Татарстан Республикаһынан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән дә ҡатнашыусылар бик күп булды.
Шуныһы матур күренеш булды - сарала барыһы ла милли кейемдә ҡатнашты. IV төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивалендә Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолованың, Башҡортостан мәҙәниәте министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламовтың, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Әхмәҙинуровтың, Башҡортостандың халыҡ шағиры Лариса Абдуллинаның, Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельниковтың, "Башҡортостан Республикаһы нәшриәт йорто" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллинаның һәм башҡа рәсми кешеләрҙең һәм ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне.
Был көндә Өфө районы ирекмәндәре маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Бынан тыш, "Самауырлы ритайым" һәммәһенә лә оҡшаны, көҙгө йәрминкә эшләне, матбуғатҡа яҙылыу ойошторолдо. Күренекле сәнғәт әһелдәре Рөстәм Ғиззәтуллин, "Ант" төркөмө һәм башҡа артистар йыр-моң бүләк итте.