

Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Ҡотан ауылында ике йәш йөрәк ҡауышҡан һәм ауылға килен төшкән. Килен төшөү тотош ауыл өсөн ҙур яңылыҡ һәм байрам. Ҡотандар ҙа яңы төшкән килендәренә һыу юлы күрһәтеп, үҙҙәренең араһына ҡәҙерләп ҡабул иткән.
"Ауылға килен төштө. Йоланы дауам итеп, "Мәсетле" фольклор ансамбле йәш киленгә һыу юлы күрһәтте.
Ихлас теләктәр менән таҡмаҡтар, йырҙар башҡарып, Мусағәле шишмәһенең шифалы һыуын киленгә, ҡунаҡтарға ауыҙ иттерҙек.
Ауылыбыҙҙа йәштәр парланып, ныҡлы ғаилә ҡоралар, был ҙур ҡыуаныс.
Туйҙар гөрләп торһон, илдә тыныслыҡ булып, бәхетле, бәрәкәтле тормош насип булһын балаларға", - тип хәбәр итә Ҡотан мәҙәниәт йорто төркөмө.
Беҙ ҙә йәштәрҙе шатлыҡлы көндәре менән ҡотлайбыҙ һәм мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ!
Фото: "Ҡотан мәҙәниәт йорто" төркөмөнән