

Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында боронғо кәсепте йәш быуынға өйрәтәләр. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ойошторған оҫталыҡ дәресендә 10-сы класс ҡыҙҙары кейеҙ баҫыу серҙәренә төшөнгән.
Ауыл ағинәйе Хәсибә Ибәтуллина үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан: йөндө тигеҙ итеп һалыу, баҫыу, биҙәктәр төшөрөү алымдарын күрһәткән. Ҡыҙҙар үҙ ҡулдары менән кейеҙ баҫып ҡараған, уның көнкүрештә нисек ҡулланылыуын өйрәнгән. Бындай осрашыуҙар аша ата-бабаларыбыҙҙың мираҫы быуындан-быуынға күсә.
Ә һеҙҙең яҡта кейеҙҙе нисек баҫалар? Фекерҙәрегеҙҙе комментарийҙарға яҙһағыҙ ине.
Сығанаҡ: "Юлдаш" радиоһы