Башҡорт донъяһы
16 Октября , 19:10

Башҡорт бейеүселәренең оҫталығы һоҡландыра

Бында тамашасы боронғоса биҙрә менән бейеүҙе лә, “Бөрйән ҡыҙҙары”н да, “Һомай” ҙы һәм башҡа бейеүҙәрҙе – башҡорт бейеү сәнғәтенең әүәлдән килгән йолаларын һаҡлаған сығыштарҙы күреп ҡыуанды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡорт бейеүселәренең оҫталығы һоҡландыраБашҡорт бейеүселәренең оҫталығы һоҡландыра
Башҡорт бейеүселәренең оҫталығы һоҡландыра

Йәй тынып торған мәҙәниәт усаҡтары алтын көҙҙә тағы йәнләнеп китә, бер-бер артлы яңы ижад миҙгелдәре асыла. Күптән түгел Башҡортостаныбыҙҙың данлыҡлы бейеү коллективы – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә, 88-се осорона аяҡ баҫып, ошо айҡанлы тоғро тамашасыларын тәбрикләне.

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән сағыу тамаша, ғәҙәттәгесә, бейеү сәнғәтен яратҡандарҙы зал тултырып йыйҙы.

Беренсе бүлек милли хореографиябыҙҙың гүзәл өлгөләренә бағышланды. Бында тамашасы боронғоса биҙрә менән бейеүҙе лә, “Бөрйән ҡыҙҙары”н да, “Һомай” ҙы һәм башҡа бейеүҙәрҙе – башҡорт бейеү сәнғәтенең әүәлдән килгән йолаларын һаҡлаған сығыштарҙы күреп ҡыуанды. Концерт программаһы тәү нәүбәттә, әлбиттә, коллективтың башҡорт бейеү сәнғәте үҙенсәлектәрен, традицияларын һаҡлауға, күрһәтеүгә айырым иғтибар йүнәлткәнен сағылдырҙы.

Икенсе бүлектәге донъя халыҡтары бейеүҙәре ансамбль артистарының ҡабатланмаҫ башҡарыу стилен, юғары оҫталығын тағы ла сағыуыраҡ асты.

Яңы ижад миҙгелен асыу алдынғы коллективтың сығыштарын һағынып өлгөргән тамашасыға үтә лә танһыҡ ине, әлбиттә. Тамаша йәштәргә лә оҡшаны, өлкән быуын вәкилдәренең дә күңеленә хуш килде. Гөрләп үткән концерт байтаҡ йәш быуын вәкиле өсөн маҡтаулы коллективтың ижады менән тәүге танышыу булһа, улар бейеү сәнғәтенә ғашиҡ булып, артабан ғәскәровсыларҙың һәр сығышына ашҡынып килерҙәренә шик юҡ.

Ансамблдең сығыштарын артабан да төрлө программаларҙа күрергә була. Яңы ижад миҙгелен асыу ваҡиғаһы оҙаҡламай билдәләнәсәк Милли бейеү көнөнә ҙур әҙерлек сараһы булды, тип тә әйтергә мөмкин.

Тап ошо көндә, 21 октябрҙә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республиканың талантлы бейеү коллективтары ҙур тамаша тәҡдим итә. Унда, һис һүҙһеҙ, ғәскәровсылар ҙа сығыш яһай. Бынан тыш, 6 ноябрҙә, “Бейеү – халыҡтың күңеле” халыҡ-ара фестивале сараларына ярашлы, коллектив “Мари Иле” дәүләт бейеү ансамбле менән берлектәге концертҡа саҡыра.

Фекер

Флавио ДЖОРДАНО, Италиянан килгән абруйлы ҡунаҡ:

– Концерт иҫ киткес матур булды. Башҡорт бейеүҙәре ныҡ күңелемә ятты. Ир-ат хәрәкәттәрендә спорт элементтары күп, бының өсөн бейеүсе егеттәргә айырыуса һоҡланам, афарин!

Тағы ла Башҡортостанда ҡунаҡтарҙы бик йылы ҡабул итеүҙәре һоҡландырҙы, бында миңә хатта Италияға ҡарағанда ла ихласыраҡ мөғәмәлә күрһәтәләр. Матур сығыштар, ҡунаҡсыллыҡ өсөн ҙур рәхмәт!

Фотолар – ансамблдең социаль селтәрҙәге төркөмөнән.

Башҡорт бейеүселәренең оҫталығы һоҡландыра
Башҡорт бейеүселәренең оҫталығы һоҡландыра
Башҡорт бейеүселәренең оҫталығы һоҡландыра
Башҡорт бейеүселәренең оҫталығы һоҡландыра
Башҡорт бейеүселәренең оҫталығы һоҡландыра
Автор:Равиля Гатауллина