Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Апрель 2019, 23:18

Фән юлындағы тәүге һынау

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбендә “Асыш алдынан” Бөтә Рәсәй һәм “ЮНЕСКО-ның документаль мираҫ объекттары” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялары булды.

Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбендә “Асыш алдынан” Бөтә Рәсәй һәм “ЮНЕСКО-ның документаль мираҫ объекттары” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялары булды.


Ойоштороусылар – Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы, Туймазы районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы. Сараға ғилми-методик яҡтан республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары булышлыҡ ҡылды.


Төп этапта мәктәпкәсә, урта, һөнәри, юғары белем биреү ойошмаларынан 432 кеше ҡатнашты. Уларҙың тикшеренеү эштәре 29 секцияла тыңланды.


Сараға алдынғы юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, профессорҙары, төрлө тармаҡтарҙың атҡаҙанған эшмәкәрҙәре эксперт булараҡ саҡырылды. Дөйөм алғанда, конференция юғары кимәлдә үтте.
Читайте нас: