Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Апрель 2019, 22:35

Бөтә кескәйҙәр ҙә китап уҡып үҫһен

Бөгөн – Халыҡ-ара балалар китабы көнө.

Бөгөн – Халыҡ-ара балалар китабы көнө.


Тап шундай изге маҡсатҡа хеҙмәт итә Нефтекама ҡалаһының Үҫмерҙәр китапханаһы хеҙмәткәрҙәре. Бай китап фонды менән мәктәп уҡыусылары ла, уҡыу йорттары ла студенттары ла теләп ҡуллана. Улар бында үткән төрлө ҡыҙыҡлы сараларҙа, бәйгеләрҙә лә әүҙем ҡатнаша.


Шул уҡ ваҡытта китапханасылар беҙҙең эргәбеҙҙә генә сәләмәтлеге йәһәтенән айырым иғтибар-хәстәргә мохтаж балалар йәшәүен дә онотмай. 2009 йылда бында инвалид­тарҙы махсус әҙәбиәт менән тәьмин итеү пункты асыла. Китапханалағы “Үҙен­сә­лекле балаларға – үҙенсә­лекле китаптар” тип аталған стенд та шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Күреү һәләте насар йәки бөтөнләй һуҡыр бала­ларға тәғәйенләнгән тактиль китаптар эшләү менән биш йыл элек шөғөл­лә­нә башлаған Нефтекама китапханасылары.


Бындай йыйынтыҡта төп иғтибар күҙе күрмәгән кескәй уҡыусыға әйбер, күренештәр хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт биреүгә, уның тышҡы донъя менән бәйләнешен артты­рыуға йүнәлтелә. Мәҫәлән, бала киндер туҡыманы тотоп ҡарап – тоҡто, ваҡ ҡына шарсыҡ­тарҙы һыйпап, ергә ҡойолған алмаларҙы күҙ алдына баҫтыра ала.


Был изге эште Үҫмерҙәр китапха­наһы мөдире Фәйрүзә Хузина башлап ебәрә. Бөгөн уға хеҙмәттәштәре Валентина Ғиләжева менән Анастасия Заһриева ярҙам итә. Уларҙың дөйөм тырышлығы менән 30-ҙан ашыу тактиль китап булдырылған. Әйтергә кә­рәк, был – бик күп көс, иғтибар, ва­ҡыт талап иткән фиҙакәр хеҙмәт. Йыйынтыҡ­тарҙың һәр бер битенә уларҙың күҙ нуры, күңел йылыһы һеңгән.


Бөгөн Нефтекама ҡалаһының 30-сы һәм 36-сы балалар баҡса­ларында күреү һәләте насар кескәйҙәр өсөн махсус төркөмдәр эшләй. Тап бына ошо балалар – Үҫмерҙәр китапха­на­һының махсус әҙәбиәт менән тәьмин итеү пунк­тының даими “ҡунаҡ­тары”. Бәләкәс­тәр китапханасы апайҙа­рының тырышлығы, бай фантазияһы менән ижад ителгән китаптарҙы оло кинәнес менән ҡулға ала. “Сыбар тауыҡ”, “Ай һәм Зөһрә”, “Көҙгө урман”, “Бер тоҡ алма”, “Йыл миҙ­гелдәре” һәм башҡа йыйынтыҡтар аша улар халыҡ ижады өлгөләре, тәбиғәт күренештәре, үҙҙәрен уратып алған донъя менән таныша.


Балалар баҡсаһынан уҡ китап­ханаға даими йөрөгән кескәйҙәр ҙурайғас та был дуҫлыҡҡа тоғро ҡала. Артабан инде улар компью­терҙан махсус уҡыу программаларын үҙләш­терә. Был йәһәттән дә Нефтекама Үҫмерҙәр китапхана­һында күреү һәләте насар уҡыу­ылар өсөн бөтә шарттар булды­рылған.
Читайте нас: