Белем усағын Баймаҡ ҡалаһындағы “СМК-Б” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Күсмә механизацияланған колонна төҙөй. Бер ҡатлы балалар баҡсаһының майҙаны – 1 280 квадрат метр, ул 60 урынға иҫәпләнгән. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов һөйләүенсә, уның эргәһендә балалар һәм спорт майҙансыҡтары буласаҡ, тиҙҙән кескәйҙәр заманса уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ.