Белорет ҡалаһының Мәктәптән тыш эштәр үҙәге технопаркында “Йәш робот технигы” муниципаль конкурсы үтте.
Төп маҡсат – программалаштырыуҙы һәм робот техникаһын популярлаштырыу.
Ярышта балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, технопаркта шөғөлләнгән мәктәп-гимназиялар уҡыусылары оҫталыҡта көс һынашты.
Бар ҡатнашыусылар ҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Бигерәк тә иң бәләкәйҙәр һүрәт буйынса роботтар йыйып, һәр кемде хайран ҡалдырҙы.