Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
3 Апрель 2019, 12:44

Бөрйәндәр әҙер. Ә һеҙ?

Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезын ҡаршылап.

Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезын ҡаршылап.
Бөрйән районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының “Федераль дәүләт белем биреү шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу сифатын күтәреүҙең мөһим мәсьәләләре” тигән район конференцияһы үтте.
Эшлекле сарала мәғариф ветерандары, мәктәп етәкселәре, балалар баҡсалары мөдирҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Башҡорт википедияһын тулыландырыу буйынса әүҙем эшләгән ағинәйҙәр ҡатнашты.
Конференцияла Бөрйән районы мәктәп­тәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу торошо, тел уҡытыусыларының район методик берекмәһенең эшмәкәрлеге, балалар баҡсаһында туған телдә белем биреүҙең өҫтөнлөктәре тураһында сығыштар тың­ланды. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Шәрипов ветеран уҡытыусыларға әле булһа йәш быуынды тәрбиәләү эшендә, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм гөлләмә менән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
– Ғаиләлә туған телдә аралашыу мөһим. Мәктәптә генә уҡытып, телде һаҡлап булмаясаҡ. Беҙҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу, фәнде тәрәндән өйрәнеү буйынса проблемалар юҡ. Биш көнлөк уҡыу системаһына күскән осраҡта ла башҡорт теле дәрестәренең кәмеүенә юл ҡуйыл­маясаҡ, – тине Ришат Булат улы.
Артабан конференцияла ҡатнашыу­сылар 10-12 апрелдә Өфөлә үтәсәк Бөтә Рәсәй баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыла­рының I съезына Бөрйән районынан делегаттар һайланы, сараға тәҡдимдәр әҙерләне.
Бөрйән районы
Читайте нас: