10–12 апрелдә “Торатау” конгресс-холында Бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы үтә. Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, мөһим сараға әҙерлек күптән башланған. Бөтәһе 800 тирәһе делегат саҡырылған – Башҡортостан, Силәбе, Ырымбур, Һамар һәм Рәсәйҙең бүтән субъекттары мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, уҡытыу туған телдә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының директорҙары, ҡала һәм район хакимиәттәренең мәғариф идаралығы белгестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Әйткәндәй, съезд уңайынан һәр ҡала һәм районда конференциялар үткән, урындағы белем усаҡтарына хас проблемалар билдәләнгән, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын борсоған мәсьәләләр өйрәнелгән.
Айбулат Вәкил улы белдереүенсә, барлығы ете фекер алышыу майҙансығы эшләйәсәк. Оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк тәжрибәле педагогтар, милли мәктәптәрҙең эшмәкәрлеге менән таныштырыу ҙа эш планына ингән. Ҡыҫҡаһы, съезда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡағылған бөтә мәсьәләләр ҙә ҡараласаҡ, улай ғына ла түгел, сетерекле һорауҙарҙы ла уртаға һалып һөйләшәсәк мөғәллимдәр. Бүрәт, Саха (Яҡут), Төньяҡ Кавказ республикаларынан да ҡунаҡтар көтөлә. Сарала Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстандан да ҡатнашырға теләк белдергәндәр.
Класҡа килеп ингән уҡытыусыны, оло хөрмәт йөҙөнән, ҡыҙ һәм малайҙар аяғүрә баҫып ҡаршы алды, ул ипле генә итеп, “һаумыһығыҙ, балалар!” тип өндәшкәс кенә, барыһы ла үҙ урынына ултырҙы. Шунда уҡ тынлыҡ урынлашты, “шылт” иткән тауыш та ишетелмәй. Уҡыусыларҙың ҡулында китап, дәфтәрҙәге яҙмаларға ла ҡараштырғылап алалар. Ғәжәп бит, мөғәллимә үҙен шул тиклем тыныс тота. Йөҙөндә борсолоу, күңелендә икеләнеү тойғоһо тамсы ла сағылмай. Был нимә тураһында һөйләй? Һүҙ ҙә юҡ, балалар уҡытыусы апайҙарына ышана. Тәжрибә йылдар һуҙымында туплана тигәндәй, уның бер йыл ғына дәрес бирмәгәнен әҙме-күпме һиҙемләргә мөмкин.
Уҡытыусыларҙың төрлөһө була, дәрестәр ҙә бер-береһенә һис оҡшамай. Кемдер уҡыусыларға теманы “сәйнәп ҡаптыра”, икенселәр иһә, киреһенсә, егет һәм ҡыҙҙарҙың үҙҙәренә барыһын да йөкмәтә. Кем әйтмешләй, эҙләп тапҡаның күпкә ҡәҙерлерәк. Ирекһеҙҙән немец психологы Фридрих Дистервегтың, хәйләгә барған уҡытыусы балаға материалды әҙер көйөнсә бирә, ә яҡшыһы хәҡиҡәтте табырға өйрәтә, тигән фекере иҫкә төштө. Миңә ҡалһа, ошо һүҙҙәр Өфө ҡалаһы 7-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат ҒӘБИТОВА хаҡында әйтелгән кеүек. Педагог менән әңгәмәне гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.
– “Башҡортостандың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2019” һөнәри оҫталыҡ конкурсында һеҙгә етеүсе табылманы. Бәйгенән ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ?
– Бындай мәртәбәле оҫталыҡ бәйгеһендә ҡатнашып, оло майҙанда сығыш яһау, тәжрибә уртаҡлашыу – һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының ҙур теләгелер, тип уйлайым. Үҙем ошо саранан ситтә ҡалмай, иң мөһиме, еңеү яулауыма сикһеҙ шатмын. Конкурс барышында һәр кемдән йылы, еңел, дуҫтарса ҡараш тойҙом. Әллә күпме мөғәллимдәр менән таныштым, фекерҙәштәр таптым. Берәү ҙә бүтәндәргә конкурент тип ҡараманы, ә уларҙа кәңәшсе-ярҙамсыны күрҙе. Мәртәбәле жюри ағзаларының да беҙгә ҡарата ыңғай мөнәсәбәте көс һәм ышаныс өҫтәне.
Ысынлап та, күңел түрендәге йылы иҫтәлектәрҙе, бай тәьҫораттарҙы аңлатып та, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр хәл белешер тигәндәй, коллегаларымдың теләктәш булыуына һөйөнөсөм сикһеҙ. Һәр береһе ҡотлай, киләсәктә лә уңыштар юлдаш булыуын теләй. Өҫтәүенә уҡыусы балалар ҙа был турала ҡыҙыҡһына, һораша. Ҡайһылай ҡапыл ғына танылып киттем әле, тигән уйҙар ҙа килә башҡа.
– Сер булмаһа, әйтегеҙ әле, уңыш сере нимәлә?
– Һәр уңыштың сере – тырышлыҡта, сәмселлектә, улай ғына ла түгел, яратҡан һөнәреңә мөкиббән бирелеүҙә, ең һыҙғанып эшләүҙә. Кемдәндер көтөп ултырмай, бары тик үҙең башлап юл ярыу һәр йәһәттән дә отошло. Әгәр көн дә иртән мәктәбеңә ашҡынып бараһың һәм уҡытҡан дәрестәрең һиңә ҡәнәғәтлек килтерә икән, ҡаҙаныш, һис шикһеҙ, көттөрмәйәсәк.
– Һүҙ ҙә юҡ, фекерҙәштәр һәм дуҫтар һәр саҡ кәрәк. Һеҙ кемдәргә бигерәк тә рәхмәтле?
– Бая теләктәшлек тураһында юлайҡан әйткәйнем инде. Береһен дә айырырға теләмәйем – ихлас ярҙам иткән фекерҙәштәремдең бөтәһенә лә рәхмәтлемен.
– Моғайын да, конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашмайһығыҙҙыр. Был һан буйынса нисәнсеһе?
– “Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы”нда еңгәйнем, бер нисә йыл элек Өфө ҡалаһының Совет районында ойошторолған конкурста Iурынды яулағайным, баш ҡала буйынса уҙғарылғанында лауреат булдым. Ғөмүмән, конкурстарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышам.
– Оло сәхнәлә һеҙгә һүҙ бирелгәндә, “был ябай бәйге түгел, ә ҙур йыйын” тинегеҙ. Йыйын, тимәк, ул аралашыу, фекер алышыу майҙансығы. Унда үҙегеҙҙе борсоған берәй һорауға яуап таба алдығыҙмы?
– Бындай ярыштарҙың педагог өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Дәртләндереү сараһы тип тә аңларға кәрәк уны, сөнки ул һөнәри үҫешкә этәрә, эш сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Ниндәйҙер һорауҙан бигерәк бына нимә өсөн шатланам. Сара шәхсән миңә коллегаларым менән тәжрибә уртаҡлашыу, үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемә һығымта яһау, яңы таныштар табыу, педагогтар менән яҡындан аралашыу, киләһе көндәрҙә ҡулланыу өсөн файҙалы мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирҙе.
– Ҡала конкурсында еңеүсенең ҡайһы тарафтан булыуын да, ғаилә хәлен дә гәзит уҡыусыларҙың белгеһе киләлер...
– Сығышым менән Белорет районынанмын, хозур тәбиғәтле Аҙналы ауылының урта мәктәбендә уҡыным. Белорет педагогия колледжын, һуңынан ситтән тороп БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамланым. Әле Өфө районының Шамонин ауылында йәшәйбеҙ, иптәшем менән Данияр исемле ул үҫтерәбеҙ. Әйткәндәй, Аҙналының боронғо исеме – Мышы, беҙҙең эргә-тирәләге урман-ҡырҙарҙа мышы күп булғанға күрә шулай атағандар. Бынан тыш, Белорет ҡалаһына яҡын урынлашҡас, ауыл кешеләре заводҡа күмер алып барып һатып та кәсеп иткән.
– Һәр беребеҙҙең тормошонда мөғәллимдәр мөһим роль уйнай. Уҡытыусыларыңдың береһе, бәлки, бүтән берәй кеше һеҙгә һөнәр һайлағанда йүнәлеш биргәндер. Был тәңгәлдә кемдәрҙең исем-шәрифен оло хөрмәт менән билдәләр инегеҙ?
– Мине уҡытҡан, миндә башҡорт теленә оло һөйөү тәрбиәләгән мәшһүр уҡытыусыларыма рәхмәтлемен. Хәреф танырға, матур яҙырға һәм һанарға өйрәткән башланғыс класс уҡытыусыһы Фатима Сәйетғәле ҡыҙы теүәл фәндәргә һәләтемде күреп, ошо йүнәлештә үҫтерергә тырышты, ләкин өлкән кластарға еткәс, һөнәр һайлағанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Тажетдинованың йоғонтоһо ифрат ҙур булды.
– Туған телебеҙгә һөйөү ҡайҙан килә?
– Иң беренсе, әлбиттә, бөтәһе лә ғаилә менән бәйле – күркәм тәрбиә лә, уҡыуға ынтылыш та. Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит-журналдар күп булды, телевизорҙан гел БЮТ каналы һөйләп торҙо, иртән Юлдаш радиоһының тауышына уяна инек. Саф башҡорт мөхитендә үҫкәнгә күрә, туған телемде яратам, ғәзиз балама ла телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә тырышам.
– Беренсе тапҡыр дәрес үткәргәнегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
– Өфө ҡалаһына килер алдынан Белорет районы Олойылға станцияһы ауылының урта мәктәбендә ике йыл эшләнем. Педагогия колледжын бөтөп килгән йәш белгескә башланғыс класс уҡытыусыһы вазифаһын тәҡдим иттеләр, ихлас ризалаштым. Шулай итеп, 2001 йылдың 1 сентябрендә хеҙмәт биографияһы башланды. Беренсе дәресем IV класс менән Белем байрамына арналған класс сәғәте булды.
– Уҡытыусы – ул белем биреүсе генә түгел, тәрбиә өлгөһө лә. Уға балалар күңеленә тормошто һәм кешеләрҙе яратырға, эргә-тирәгә иғтибарлы булырға өйрәтеү бурыстары ла йөкмәтелгән. Бының менән килешәһегеҙме?
– Уҡытыусылар – белем биреүсе генә түгел, ә йәш быуынды тәрбиәләүсе, тормошта дөрөҫ юл күрһәтеүсе, милләттең киләсәген хәстәрләүсе, ил яҙмышын хәл итеүҙә айырым роль уйнаусы көс ул.
Бөйөк философ, шағир Ғүмәр Хайәмдең шундай аҡыллы һүҙҙәре бар: “Уҡыусы – эсен тултырырға тейешле һауыт түгел, ә тоҡандырырға мохтаж факел”. Үҙемдең педагогик эшмәкәрлегемдә алтынға торошло ошо һүҙҙәрҙе һәр саҡ күҙ уңында тотам.
– Бөгөнгө уҡытыусы ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш?
– Уҡыусылар тәрбиәләү өсөн уҡытыусылар үҙҙәре лә күп уҡырға, даими камиллашырға, заман менән бергә атларға тейеш. Ни тиһәң дә, балаларҙың һәләтен үҙе һәләтле уҡытыусы ғына күрә һәм үҫтерә ала.
– Үҙемдән сығып әйтәм, бер йыл булһа ла уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөттөм. Класта ҡырҡ атаның ҡырҡ балаһы тигәндәй, барыһына ла ярарға кәрәк. Һеҙ ниндәй уҡытыусы: етдиме, әллә йыуашмы?
– Илдар, үҙегеҙ әйтмешләй, уҡытыусымын тигән бөйөк исемде йөрөткәс, төрлө хәлдә ҡалырға, бер төрлө генә уҡытыусы булыуҙан ситләшергә лә тура килә. Бөтәһе лә бер түгел, һәр уҡыусы айырым ҡараш талап итә. Ваҡыты менән етди ҙә, талапсан да, урыны менән уҡыусыларға йомшаҡлығымды ла күрһәтәм.
– Балаларығыҙҙың һеҙҙең һымаҡ уҡытыусы булыуын теләр инегеҙме?
– Улым үҫкәс, ниндәй һөнәр һайлаһа ла, атаһы менән уның ҡарарына һис кенә лә ҡаршы төшмәйәсәкбеҙ. Әгәр ҙә инде уҡытыусылыҡ үҙенә оҡшаһа, беҙ уға, һис шикһеҙ, ярҙам ғына итербеҙ тип уйлайым.