Ойоштороусылар һүҙҙәренә ҡарағанда, сарала иң әүҙем уҡытыусылар ҡатнашасаҡ, шулай уҡ туған телдәр буйынса методистар ҙа исемлеккә индерелгән. Унда төрлө йүнәлештәге фекер алышыу майҙансыҡтары эшләйәсәк, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә ҡағылған бөтә көнүҙәк мәсьәләләр ҡараласаҡ.
– Бындай мәртәбәле съезда тәүге тапҡыр ҡатнашам, һүҙ ҙә юҡ, тулҡынланыу бар, – ти Хәйбулла районының Һамар урта мәктәбенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Кәримова. – Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, хәҙер уҡыусылар бөтөнләй бүтәнсә фекер йөрөтә. Үҙ сиратында уҡытыу буйынса яңы методикаға, китаптар һәм электрон дәреслектәргә, ҡыҫҡаһы, күргәҙмә әсбаптарға ихтыяж ҙур.