Ярыш шарттары ҡәтғи булды. Номинацияларҙа ҡатнашыуға 200-ҙән ашыу ғариза бирелде. Кескәйҙәр хореография, вокал, мода, нәфис һүҙ, цирк, театр сәнғәте буйынса һәләттәрен күрһәтте, “Әсә һәм бала” үҙәгенең “Аррива” мюзиклы студияһы тәрбиәләнеүселәре, нәфис һүҙ оҫталары Валерия Кәримова һәм Сафина Туҡтарова, йырсы Аделина Латипова тамашасылар һөйөүен яулап, үҙҙәренең номинацияһында лауреат булды.