Өфө авиация университеты ректоры Николай Криони уҡыу корпустарының һәм дөйөм ятаҡтарҙың йәшәйеше буйынса баш ҡалалағы муниципаль ойошмалар менән үҙ-ара эш итеү тураһында һөйләне. Осрашыуҙа шулай уҡ ғилми-тикшеренеү һәм инновациялы эшмәкәрлек, кадрҙар әҙерләү йәһәтенән юғары уҡыу йорттары ҡеүәтен берләштереү мәсьәләһе тикшерелде.