Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
11 Апрель 2019, 23:37

Делегаттарға сәфәр оҡшаған

– Беҙ был көндө көтөп алдыҡ, бындай мәртәбәле йыйында ҡатнашыу – һәр беребеҙ өсөн мәртәбә, – ти Илеш районы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Зинфира Минһажева.

– Беҙ был көндө көтөп алдыҡ, бындай мәртәбәле йыйында ҡатнашыу – һәр беребеҙ өсөн мәртәбә, – ти Илеш районы мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Зинфира Минһажева. – Кәңәшле ил тарҡалмаҫ, тиҙәр. Яңы ғына Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында булып, уҡытыусылар менән осраштыҡ, оҫталыҡ дәрестәрен ҡараныҡ, балаларҙың һәләтенә шатландыҡ. Фекер төйнәү, тәжрибә уртаҡлашыу, заманса алымдарҙы өйрәнеү йәһәтенән күп яңылыҡ алдыҡ.
20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына ҡала-район хакимиәттәренең туған телдәр буйынса методистары саҡырылды. Делегаттар белем усағында уҡытыу эштәренең юғарылыҡта тороуына, барыһына ла өлгө булыуына ғәжәпләнде.