Борай районы Оло Баҙраҡ ауылының балалар баҡсаһында төрлө саралар даими ойошторола. Ошо көндәрҙә Яңауыл район-ара янғын һүндереү идаралығы, “Йәш янғын һүндереүсе” Балалар ижад йорто берекмәһе һәм “Мәктәп хәүефһеҙлеге” урындағы бүлексәһе кескәйҙәргә уйын формаһында янғын ғына түгел, ә янғын һүндереүсе кеүек абруйлы һөнәр, уның бурысы һәм эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Шулай уҡ белем усағының хеҙмәткәрҙәренә бәлә-ҡаза “ишек ҡаҡҡанда” ашығыс хеҙмәтте саҡырыу ҡағиҙәләрен, утты ҡайһылайтып һүндереү, нисек итеп дөрөҫ эвакуациялау хаҡында ла аңлатты. Борай районы хакимиәте башлығы Рөстәм Исхаҡов билдәләүенсә, бала хәтере таҙа ҡағыҙ менән бер, ундағы һәр яҙыу оҙаҡ һаҡлана. Шуға күрә лә малай һәм ҡыҙҙарҙы тәрбиә-тәртипкә бәләкәйҙән өйрәтеү һәр йәһәттән дә отошло.