Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Белем һәм тәрбиә
12 Апрель 2019, 22:38
"Башҡортса һөйләшеү модала булырға тейеш"
Башҡорт теле уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы, тәүге сара булыуға ҡарамаҫтан, ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте, әһәмиәтле булды. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә йыйынға бәйле үҙ фекерен белдерҙе.
"Башинформ"дан алынды.

“Башҡорт теле уҡытыусылары менән яҡшы ғына һөйләшеп алдыҡ, – тип яҙҙы етәксе. – Беҙгә улар менән бик мөһим эш атҡараһы бар. Тел – халыҡтың булмышы. Мәҙәниәтенең нигеҙе. Әммә уны кешеләр үҙҙәре теләп өйрәнерлек итеп уҡытырға кәрәк. Башҡортса һөйләшеү модала, уҡытыу методикалары ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Тағын да шуныһы – туған телдә аралашырға теләүселәрҙе, хаталанһа ла, акцент менән йәки диалектта һөйләшһә лә, ситләтмәйек. Бер генә һүҙ әйтһә лә – афарин!”
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.