Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ҡала-райондың башланғыс класс уҡыусылары араһында шиғри бәйге ойошторолдо.
“Минең Мостай Кәрим” тип аталған күркәм сара бөйөк шағирҙың 100 йыллығына арналды. Унда 130 уҡыусы ҡатнашты. Йәш һүҙ оҫталары олуғ әҙиптең әҫәрҙәрен башҡорт, рус, татар телдәрендә илһамланып, тәьҫирләнеп яттан һөйләне.
Бигерәк тә Наурыҙ, Ураҙ, Иманғол, Мулдаҡай, Озерный, Абҙаҡ, Баттал һәм ҡала мәктәптәре уҡыусыларының сығыштары көслө булды. Уларҙы шиғри бәйгегә әҙерләгән уҡытыусыларҙың ҙур тырышлығы һөҙөмтәһе был.
Афарин, телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр!