Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Апрель 2019, 20:36

"Ете ырыу" майҙан йыйҙы

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбле төҙөлөүгә 20 йыл тулды.

"Ете ырыу" ансамбле архивынан.
"Ете ырыу" ансамбле архивынан.
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбле төҙөлөүгә 20 йыл тулды.


Был күркәм байрамды билдәләүгә төркөмдә тәүге көндәрҙән алып бөгөнгәсә сығыш яһаған ҡыҙ һәм егеттәр йыйылды. Уларҙың һәр береһе үҙ кисерештәре, ансамблдә ҡайҙа, ниндәй бейеүҙәр менән сығыш яһауҙары хаҡында матур иҫтәлектәрен еткерҙе.


Төрлө быуын вәкилдәре “Ете ырыу”ҙың брендына әйләнгән бейеүҙәрҙе бергәләп башҡарҙы. Эйе, йылдар үтһә лә, состав алмашынһа ла, ансамбль үҙ асылына тоғро ҡала, шул уҡ ваҡытта йылдан-йыл камиллаша, яңы бейеклектәргә ынтыла. Бер нисә йыл рәттән “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында гран-при, призлы урындар ала, лауреат исеменә лайыҡ була ул.


“Ете ырыу”ҙы Зөлхизә һәм Ринат Ҡолбәйетовтар ойоштора. Артабан ансамблгә төрлө бейеүселәр етәкселек итә, был эште ун йылдан ашыу Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Нәбиуллин башҡара. Әле иһә – данлы нәҫелдән булған йәш, дәртле, талантлы Илһам Үҙәнбаев. Ул үҙе лә заманында “Ете ырыу”ҙа шөғөлләнгән, ә хәҙер – “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы.
Читайте нас: