Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
21 Апрель 2019, 12:27

"Туған тел сәғәте"нә кил!

Өфөнөң “Родина” кинотеатрында март айынан алып һәр йәкшәмбе “Туған тел сәғәте” үтә. “Тамыр” телеканалы ойошторған мауыҡтырғыс осрашыуға балалар атай-әсәйҙәре менән бергә ихлас йөрөй.

"Башинформ"дан алынды.
"Башинформ"дан алынды.
Өфөнөң “Родина” кинотеатрында март айынан алып һәр йәкшәмбе “Туған тел сәғәте” үтә. “Тамыр” телеканалы ойошторған мауыҡтырғыс осрашыуға балалар атай-әсәйҙәре менән бергә ихлас йөрөй.
Йәш тамашасылар “Тел асҡысы”, “Умырзая”, “Балҡас” фильм-әкиәттәрен ҡараны, төрлө һөнәр эйәләре менән осрашып, туған телдә аралашты.
Телеканал директоры Гөлназ Ҡолһарина был акцияның мегаполиста туған телдә һөйләшеү мөхитен киңәйтеүгә яңы мөмкинлек биреүен юғары баһалай.
“Кинотеатрҙың битараф булмаған эшлекле коллективына, айырыуса директоры Татьяна Анатольевна Разинаға ошондай көнүҙәк акция үткәреү тәҡдиме өсөн рәхмәт, – ти Гөлназ Фәрит ҡыҙы. – Беҙгә, был әкиәттәрҙе булдырыусыларға, хеҙмәт емешебеҙҙе йәш тамашасылар менән бергә ҡарау ҡыҙыҡ та, тулҡынландырғыс та. Режиссерҙар, операторҙар, рәссамдар, мөхәррирҙәр һәр фильмды күрһәткән һайын үҙен һынау үткәндәй тоя”.
Бөгөн “Родина” кинотеатрының йәшел залында балаларҙы “Ҡамыр батыр” фильм-әкиәте көтә. Ул, билдәле булыуынса, бер нисә телевизион фестиваль еңеүсеһе.
Читайте нас: