Республика етәксеһе Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында ҡаланың Йәш техниктар станцияһы базаһында асылған “TeсhnoTERRA” технопаркында булды.
Үҙәктә 600-гә яҡын бала өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса шөғөлләнә.
Радий Фәрит улы технопарк эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, уның белем бирем кабинеттарын ҡараны, уҡытыусылар менән аралашты, уҡыусыларҙың уңыш-ҡаҙаныштары хаҡында белеште.
“TeсhnoTERRA” технопаркы директоры Аида Малкина һүҙҙәренсә, бында белем биреү алты йүнәлештә алып барыла. Мәҫәлән, Робоквантумда шөғөлләнгән балалар робот техникаһы үҙенсәлектәрен өйрәнһә, Биоквантумға генетика, ботаника, микробиология, физиология менән ҡыҙыҡһынғандар йөрөй.
Республика етәксеһенә балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән, тышына “Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!” тип яҙылған көрөшкә бүләк итте. Радий Фәрит улы иһә үҙенең ихлас теләктәрен белдереп, “Уҡығыҙ! Тәүәккәлләгеҙ! Еңегеҙ!” тигән яҙыу ҡалдырҙы.
Артабан ул коворкинг-үҙәктә булып, Урал аръяғы райондарының һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары өсөн тәғәйенләнгән күп функциялы үҙәк төҙөү проекты менән яҡындан танышты. Өс йөҙ урынға иҫәпләнгән учреждениела малай-ҡыҙҙарға йыл әйләнәһенә белем алыу, сәләмәтлеген нығытыу, реабилитация үтеү мөмкинлеге ҡаралған.
“Был хаҡта ҡала хакимиәте башлығы менән һөйләштек. Үҙәкте төҙөргә килешелде. Быйыл проект эштәрен башлайбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.