Ғафури районы балалары араһында “Иң яҡшы сыйырсыҡ ояһы” тигән конкурс бик йәнле барҙы.
Бигерәк тә Бурлы, Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡыусылары ярышта дәррәү ҡатнашты.
Иң оҫталар тип Бурлынан ағай-энеле Данил һәм Фаил Шәриповтар танылһа, икенсе урынға Ташбүкәндән Айнур Мөхәмәтйәнов лайыҡ булды, өсөнсөлөктө Красноусолдағы 2-се мәктәптән Артем Столяров яуланы.
Еңеүселәргә район хакимиәте мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары тапшырылды.