Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Апрель 2019, 11:54

Ауылдың йөрәге бит ул

Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский урта мәктәбенең уҡытыусылар коллективы ауылда оҙаҡламай яңы мәктәптең ишеге асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. “Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект” программаһына ингән белем усағы киләһе уҡыу йылында 340 баланы үҙ ҡосағына аласаҡ, әле төҙөлөш эше әүҙем бара.

Ҡырмыҫҡалы районы Прибельский урта мәктәбенең уҡытыусылар коллективы ауылда оҙаҡламай яңы мәктәптең ишеге асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә. “Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект” программаһына ингән белем усағы киләһе уҡыу йылында 340 баланы үҙ ҡосағына аласаҡ, әле төҙөлөш эше әүҙем бара.


Үткән быуаттың 50-се йылдарында төҙөлгән әлеге Прибельский мәктәбе — халыҡ тығыҙ йәшәгән биләмәлә берҙән-бер белем биреү учреждениеһы. Бында 700-гә яҡын бала ике сменала уҡый. Белем биреү шарттары ҡыҫынҡыраҡ, уңайһыҙыраҡ булыуына ҡарамаҫтан, үҙ эшен мөкиббән китеп, яратып башҡарған уҡытыусыларҙың хеҙмәте һоҡланыу тойғоһо уята. Ике спорт залы, стадионы, мобиль, компьютер кластары, электрон белем биреү системаһы юғары дәрәжәлә ойошторолған мәғариф усағына хатта ҡала мәктәптәре көнләшерлек.

Мәктәп директоры Рита Хисмәтул­линаның әйтеүенсә, яңы мәктәп сафҡа инеү менән ике сменала уҡытыу бөтәсәк, белем биреү, үҙ өҫтөңдә эшләү, яңы идеялар өсөн шарттар яҡшырасаҡ.

— Ни өсөн биш көнлөккә күсеү яғындабыҙ? Сөнки беҙҙә ата-әсәләр ҡалаға йөрөп эшләй, ғаиләләрен күрмәй ҙә тиерлек. Беҙҙеңсә, балаларға ла яратҡан шөғөлдәре, түңәрәктәрҙә ҡат­нашыу өсөн мөмкинлектәр артыр тип уйлайбыҙ, — ти Рита Мотаһар ҡыҙы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыларының методик берекмәһе етәксеһе Фәнзилә Байымова төрлө милләт балалары уҡыған мәктәптә башҡорт теленең аҙнаһына өс сәғәт ингәнен, уҡыусылар­ҙың ҙур теләк, ҡыҙыҡһыныу менән дәүләт телен өйрәнеүен билдәләне. Әлбиттә, үҙ предметын яҡшы белеү һәм яратыу өҫтөнә балаларға һөйөү менән ҡараған уҡытыусы алдында бер ниндәй кәртә булыуы мөмкин түгел.

Рита Мотаһар ҡыҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эшмә­кәрлеге, фантазияһы, заман талаптарынан артта ҡалмаҫҡа тырышып, яңы­нан-яңы идеялар менән рухланып, мәшәҡәт өҫтөнә мәшәҡәт табып тороуынан бик ҡәнәғәт. Икенсе тапҡыр инде улар ЮНЕСКО сиктәрендә “Башҡорт мозаикаһы” тип аталған Бөтә Рәсәй фес­тивален ойоштороп, сараға байтаҡ фекерҙәштәрен йәлеп иткән, юғары кимәлдә ғилми конференция үткәргән. “Эштән йәм табып йәшәгәнгә күрәлер ҙә, һөнәребеҙҙең түҙемлек, яуаплылыҡ талап итеүҙән тыш, балалар күңеленә изге орлоҡтар һалыу, дөрөҫ юл күрһәтеү, кешене юғарылыҡтарға күтәргән, кем­легеңде бар донъяға танытырға ярҙам иткән телде өйрәнеүҙең ниндәй баһалы, ҡиммәтле икәнлеген йәш быуынға еткереү бурысы – үҙе ҙур бәхеттер”, – ти тәжрибәле, оло йөрәкле педагог Фәнзилә Байымова.

Мәктәп директорының “мобиль уҡы­тыусы идеяһы беҙҙә тамыр йәйҙе” тигән һүҙҙәре лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Кем һуң ул бөгөнгө “мобиль уҡытыусы”?

– Эргә-тирә ауылдарҙағы мәктәптәргә ябылыу ҡурҡынысы янағас, килешеп-һөйләшеп, уларҙы нисек тә һаҡлап ҡалыу өсөн тырыштыҡ, тәҡдимдәребеҙҙе индер­ҙек. Уҡыусыларҙың таралыуына, мәктәп­тең ябылыуына юл ҡуймау өсөн беҙҙең уҡытыусылар ҡайһы бер предметтарҙы йөрөп уҡытырға теләк белдерҙе, – тип фекере менән уртаҡлашты Рита Мотаһар ҡыҙы. – Мәҫәлән, шул арҡала Бишауыл-Уңғарҙа 90 бала уҡыған мәктәп ябылманы. 47 уҡыусы белем алған Иҫке Шәрәй мәктәбе лә тел, мәҙәниәт бай­лығын һәм үҙенсәлектәрен һаҡлаған уҡыу йорто булып ҡала. Унда мәҙәниәт йорто ла юҡ, мәктәп тә юҡҡа сыҡһа, ауылдың ҡото ла, йәме лә ҡалмаясаҡ. Мәктәп бит ул – кәрәккәндә һайлау участкаһы ла, спорт майҙансығы ла, йыйын урыны ла. Белем усағын һаҡлай алһаҡ, ауыл да йәшәйәсәк, тигән һүҙ. Балаларҙы ике автобусҡа тейәп, беҙҙең мәктәпкә лә уҡытырға килтереп була, әммә был – ауылдарҙы һәләкәткә илткән еңел юл. Йәш быуын яҙмышына ла, ил-донъя хәстәрҙәренә лә, республика­быҙҙың иң ҙур байлығы булған халыҡ йәшәйешенә лә битараф булмаған, төрлө милләт балаларының күңеленә аҡ юл һыҙған, “ауылдың йөрәге бит ул – мәктәп” тип эшләгән бына шундай үҙенсәлекле, егәрле коллектив тупланған Прибельскийҙа.
Читайте нас: