Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Апрель 2019, 00:07

Роботтар футбол уйнаны

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында “Робот һәм мин” тип аталған робофутбол уйындарының тәүге этабы үтте.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында “Робот һәм мин” тип аталған робофутбол уйындарының тәүге этабы үтте.


Ярышта ете команда көс һынашты. Йыраҡ араны яҡын итеп килеп, Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенән “Тимербатыр” командаһының ҡатнашыуы айырыуса ҙур маҡтауға лайыҡ булды.


Һуңғы йылдарҙа балаларҙың робот техникаһына иғтибары артыуы, уларҙы был йәһәттән үҫтереүгә белем усаҡтарында шарттар тыуҙырырға тырышыу күҙәтелә. Йәш инженерҙар әҙерләүгә тәүге аҙым был.


Робофутбол уйыны беренсе ҡарамаҡҡа ғына еңел күренә, асылда бик ҡатмарлы. Шулай ҙа ярышҡа ныҡлы әҙерлек менән килгән уҡыусылар һынатманы. Буласаҡ инженерҙарҙың алышын Сибай институтындағы Ғәмәли математика һәм информатика бүлегенең дүртенсе курс студенттары баһаланы.


Беренсе урынды “NO NAME” командаһы яуланы (етәкселәре – З. Ҡаһарманов менән Р. Бүләкәров).


Ярыштың икенсе этабын 8 июндә Бөрйән районында үтәсәк РОБО-һабантуйында уҙғарыу ҡаралған.


Читайте нас: