Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Апрель 2019, 01:10

Ҡурҡаҡ ҡуянға ни булған?

Әбйәлил районының “Миләш” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының “Ҡыңғырау” төркөмөндә шөғөлләнгән кескәйҙәр өсөн “Ҡот ҡойоу” йолаһы күрһәтелде.

Фото "Осҡон" гәзитенән.
Фото "Осҡон" гәзитенән.
Әбйәлил районының “Миләш” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының “Ҡыңғырау” төркөмөндә шөғөлләнгән кескәйҙәр өсөн “Ҡот ҡойоу” йолаһы күрһәтелде.
Балалар тәүҙә Факиһа Туғыҙбаеваның “Кем иң матуры?” тигән әҫәрен сәхнәләштерҙе, унан өләсәйҙәр менән бергәләп ҡурҡаҡ ҡуянға ҡот ҡойҙо.
Ағинәйҙәр шулай уҡ имләү, күҙ тейеү, унан һаҡланыу хаҡында һөйләне. Аҙаҡ кескәйҙәр менән бергә “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Йәшерәм яулыҡ” кеүек халҡыбыҙҙың боронғо уйындарын уйнаны, “Косилка-молотилка”, “Ҡарабай” йырҙарын башҡарҙы.
Быуындар бәйләнешен нығытҡан, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын киләсәк быуынға еткереү йәһәтенән оло әһәмиәткә эйә тәрбиәүи дәрес балаларға ла, өлкәндәргә лә бик оҡшаны.
Читайте нас: