Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Апрель 2019, 23:58

Фән серҙәрен аса-аса...

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында “Урал-Волга төбәге халыҡтарының рухи мәҙәниәте мәсьәләләре: тарих һәм заман” тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Автор фотоһы.

Уны факультет Башҡортостан Фәндәр академияһы менән берлектә ойошторҙо. Сараға йәш ғалимдар, аспиранттар, магистранттар, студенттар етди әҙерләнгәйне. Улар тел һәм әҙәбиәт ғилеме буйынса ғына түгел, фольклор, халыҡ ижады, тәржемә, хатта туризм өлкәһенә ҡағылышлы ҡыҙыҡлы сығыштар тәҡдим итте.
Конференция Башҡортостандың – 100, Башҡорт дәүләт университетының – 110 һәм уҡыу йортонда эшләп килгән “Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең 85 йыллығына арналды.

Әйткәндәй, “Шоңҡар”ҙың әлеге датаһына арнап бик матур йыйынтыҡ сығарылған. Унда уҙған быуаттың 30-сы йылдарынан алып бөгөнгәсә ошо әҙәби ҡорҙа ҡанат нығытҡандарҙың ижад емештәре урын алған.